Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Март 2022, 16:13

Умартасы булыр өсөн егәрлелек тә талап ителә

Булат Әбсәләмов умарталар өсөн рамдар эшләй.
Булат Әбсәләмов умарталар өсөн рамдар эшләй.

Май сүлмәге тышынан билдәле, тигәндәй, уңған кешенең йорто уның урамына кергәс тә күренә. Булат Әбсәләмовтың күркәм йорто әллә ҡайҙан ауылға йәм биреп ултыра. Йорт хужаһы оҙаҡ йылдар совхозда эшләй, йыл һайын яҙғы сәсеү ваҡытында орлоҡ ағыулауҙа ҡатнаша. Бәлки, ул ваҡытта тейешле һаҡланыу саралары ла теүәл үтәлмәгәндер. Бер ваҡыт Булат Ғәббәс улының тамағы ауыртып, тауышы бөтә. Бер нисә тапҡыр операция өҫтәленә ятырға тура килә уға, әммә тауышы бер аҙ нескәреп ҡала. “Иң мөһиме – тауышым бөтмәне, табиптар был хаҡта ла иҫкәрткәйне”, – ти үҙе лә.

Ҡулы эш белгән, тик ултырып өйрәнмәгән ауыл кешеһе операциянан һуң ҡул ҡаушырып ултырыуҙы өнәмәй. Ниндәйҙер бер шөғөлгә тотонорға теләй ул. Шул саҡта ҡатынының ағаһы – ҡайнағыһы Таһир Юланов кейәүенә бер күс бал ҡорто биреп ҡайтара. “Әйҙә, ҡорттар менән булыш, һаулығыңа ла ярҙамы тейер, күңелең   дә булыр”, – ти ул.   Кейәүенең ихласлап күскә тип умарта эшләгәнен күргәс, иш янына ҡуш булһын тип, йәнә бер оя ҡорт бүләк итә. Ике умартанан башланған шөғөл аҡрынлап күс айыртып, ҡорттарҙы ишәйтеүгә килтерә. Яйлап умарталар һаны 12-гә етә. Ҡатыны Ғилминур Хәмитйән ҡыҙы ла иренә бар яҡлап ярҙамлаша. Ҡорттарҙы ҡарау, бал һығыу кеүек эштәрҙе улар бергәләшеп башҡара.

– Ҡайнағамдың әйткәне юш килде, ысынлап та, бал ҡорттары менән булышыу минең һаулығыма файҙа ғына булды. Тындарым иркенәйеп, тауышым көрәйеп китте, ҡулыбыҙ ҙа балда йөҙә, табышлы ла. Төрлө дауалар эшләп тә ҡулланам. Ҡыш көнө ҡорттарыма умарта, рамдар эшләһәм, ҡатыным улар өсөн яҫтыҡтар тегә. Бына тиҙҙән ҡорттарҙы сығарырға ла кәрәк буласаҡ – һағындырған, шул уҡ ваҡытта бер аҙ мәшәҡәтле лә булған миҙгел башлана, – тип уйҙары менән уртаҡлашты геройыбыҙ.

Өҫтәлгә ултыртылған татлы балды ашауы ғына рәхәт, ә уны әҙерләр өсөн күпме көс һәм түҙемлек, йоҡоһоҙ төндәр үткәрергә кәрәк икәнен нәҙекәйбилдәрҙе тотоусылар ғына белә. Үҙҙәре әйтмешләй, бал ҡорттарынан да егәрле булғанда ғына мул уңыш алырға мөмкин.

Кәримә УСМАНОВА

Читайте нас: