25-27 мартта республиканың илле муниципалитетында ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә.
Барлығы 62 сауҙа майҙансығы эшләй. Адрестар һәм бәйләнеш мәғлүмәттәре Башҡортостан Сауҙа министрлығы сайтында тупланған, ошо һылтанма буйынса инеп танышырға мөмкин: https://trade.bashkortostan.ru/presscenter/news/436337/
Әгәр йәрминкәлә һатыусы булараҡ ҡатнашырға теләһәгеҙ, әлеге һылтанма буйынса үтеп, таблицала үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған районды табығыҙ. Унан күрһәтелгән телефон һандарын йыйып, деталдәрҙе аныҡлай алаһығыҙ. Һатыуҙа һәр кем ҡатнаша ала.
Фото: "Башинформ".