Ауыл ерендә йәшәүселәрҙән кем үҙенең уңғанлығы менән айырылып тора, уларҙың донъяһы ла күркәм, йәшәйеше лә матур. Бөгөн тап ундайҙар хаҡында “ауылдың тотҡаһы, йәме һәм киләсәге” тиҙәр.
Йылайыр районының Юлдыбай ауылына сираттағы командировкаға барғанда, беҙгә лә тап шундай ауыл уңғандары менән осрашырға насип булды.
Фәнирә менән Фәруҡ Мостафиндар – ауылдың өлгөлө ғаиләләренең береһе. Улар үҙ тырышлығы менән етеш һәм мул тормошта йәшәй. 1998 йылда ғаилә ҡорған йәштәр ауылда бынамын тигән йорт һала, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, йәшелсә-емеш үҫтерә. Ғаилә башлығы вахта ысулы менән ситтә эшләһә, йорт хужабикәһе мәктәптә уҡыта, ауыл мәҙәниәт йортонда вокаль ансамблен етәкләй. Баһадирҙай өс улға ғүмер биргән улар.
Ауыл ерендә ныҡлы аяҡҡа баҫып китер өсөн тырышырға кәрәк икәнен яҡшы аңлай Мостафиндар. Шуға күрә ғаилә шәхси ихатала күпләп мал тоторға, уны ишәйтергә ҡарар итә.
– Бөгөн 15-кә яҡын эре мөгөҙлө малыбыҙ бар, бер ниндәй дәүләт ярҙамы алмай, үҙ көсөбөҙ менән уларҙы әкренләп арттырабыҙ. Былтыр симменталь тоҡомло башмаҡтар алдыҡ, ағын үҙем һауып, эшкәртәм. Майлата, һөтләтә йәиһә ҡорот, эремсек эшләп үҙебеҙҙең баҙарға алып сығам. Өйҙән килеп алыусылар ҙа бар. Шулай уҡ итләтә һатып ебәрәбеҙ, – ти Фәнирә Миңлебай ҡыҙы.
Ире күбеһенсә ситтә эшләгәнлектән, йорттағы, кәртәләге күп эштәр уның иңенә төшә. Әммә уңған ҡатын бар яҡлап өлгөрә, хатта кис көндәрендә үҙенең ҡатын-ҡыҙҙарҙан төҙөгән вокаль ансамбле менән төрлө йырҙар өйрәнеп, концерттар менән сығыш яһарға ваҡыт таба.
Әйткәндәй, беҙ барғанда Башҡорт дәүләт университетында белем алған улы Айназ да өйҙә булып сыҡты. Ул бәләкәй ваҡыттан тауыҡтар үҫтерә. Ата-әсәһенән һорап, инәлеп тигәндәй, мәктәптә уҡыған саҡта 15 тауыҡ һатып алдыра. Артабан уларҙы тырышып тәрбиәләй башлай. Йомортҡаларҙы һатып, тәүге “бизнес”ын булдыра. Улдарының тырышлығын күргән ата-әсә уны тағы ла дәртләндереп, тауыҡ һатып алып бирә. Аҡрынлап улар 100-гә етә.
– Уҡырға инергә үҙем аҡса эшләйем, тауыҡ һатып алып бирегеҙ тип башлағайным, хәҙер тауыҡтарым ярайһы уҡ табыш килтерә, – тип йылмая Айназ. – Бына хәҙер йомортҡа һала башланылар, тимәк, эш алға китә. Ауыл ерендә лә, ҡалала йәшәүселәр араһында ла һәр саҡ ауыл йомортҡаһына ихтыяж ҙур. Шуға күрә уны һатыу ауыр түгел, килеп алып-китеп торалар.
Шундай тырыш ғаиләлә балалар ҙа бәләкәйҙән ата-әсәһенән күреп, йүнсел йәшәргә өйрәнә, юҡты бар итергә тырыша. Ә бөгөн донъя тап шундай йүнселдәр ҡулында булғанда, һөнәр алырға ла, аҡса эшләргә лә бер нәмә лә ҡамасауламай. Тик тырышлыҡ һәм алдыңа ҡуйған маҡсатың ғына булһын, ул сағында өҫтәлең дә мул, тормошоң да етеш, йәшәү рәүешең дә матур була.
Кәримә УСМАНОВА