Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март 2022, 21:00

Анастасия Заворотнюктың ҡыҙы серҙе сискән

Ғаилә ағзалары бығаса хәлде йәшерҙе: "йондоҙ"ҙоң сире, уны дауалау алымдары һәм һөҙөмтәләре тураһында бер нимә лә һөйләмәне, яҙманы, фоторәсемдәрен таратманы...

Анастасия Заворотнюктың ҡыҙы серҙе сискән
Анастасия Заворотнюктың ҡыҙы серҙе сискән

Бына өс йыл инде телетамашасыларға "Моя прекрасная няня" киносериалы аша яҡшы таныш Анастасия Заворотнюк кеше алдында һәм зәңгәр экранда күренмәй. Әйтеүҙәренсә, актриса мейе яман шешенән дауалана.

Ғаилә ағзалары бығаса хәлде йәшерҙе: "йондоҙ"ҙоң сире, уны дауалау алымдары һәм һөҙөмтәләре тураһында бер нимә лә һөйләмәне, яҙманы, фоторәсемдәрен таратманы. Әле килеп ҡыҙы Анна үҙенең сәхифәһендә ғәзизе тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашҡан.

Ул әсәһенең күптән көткән ремиссияға килтерергә тейешле оҙайлы дауалау курсы үтеүе хаҡында һөйләгән. «Әсәйемдең хәле бер көйө, үҙегеҙ беләһегеҙ – сир шундай ҡурҡыныс, хәүефле. Тик әсәйем-аҡыллым – ысын яугир, ул барыһын да еңеп сығасаҡ! Хәлен белешкәнегеҙ өсөн рәхмәт!» – тигән Анна.

Анна әсәһе өсөн борсолоуын йәшермәй. Көслө стресс арҡаһында уның үҙенең дә сәләмәтлеге ҡаҡшаған, хатта табип ярҙамы талап ителгән. Был хаҡта ҡыҙ бер йыл элек тә яҙып сыҡҡайны.

3 апрелдә Анастасия Заворотнюкка 51 йәш тула. Уға һаулыҡ теләйбеҙ!

Фото starhit.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: