Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март 2022, 09:30

Хәрби хеҙмәттән баш тартыусылар юҡ

Республикала армияға яҙғы саҡырылышҡа әҙерлек бара.

Хәрби хеҙмәттән баш тартыусылар юҡ
Хәрби хеҙмәттән баш тартыусылар юҡ

Башҡортостанда яҙғы саҡырылышҡа әҙерлек кампанияһы дауам итә. Өфөлә уҙған оператив кәңәшмәлә быйылға маҡсаттар барланды, уҙған йылға йомғаҡ яһалды. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡатнашты.

Былтыр республиканан хәрби хеҙмәткә туғыҙ меңдән ашыу егет оҙатылған. Был һөҙөмтәләр буйынса Башҡортостан хәрби комиссариаты Үҙәк хәрби округында иң яҡшыһы тип танылған.

Кәңәшмәлә кампанияны юғары кимәлдә ойоштороуға күп көс һалыусылар Рәхмәт хаттары һәм Маҡтау грамоталары менән билдәләнде. Республикала хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың 80 проценты 20 һәм унан да өлкәнерәк йәштәге егеттәргә тура килә. Рәсәйҙә яҙғы саҡырылыш ваҡыты 1 апрелдән 15 июгә тиклем дауам итә. 

– Башҡортостанда хәрби саҡырылыш тейешле кимәлдә ойошторолдо. Хәрби хеҙмәттән баш тартыусылар булманы. Егеттәр араһында йоғошло сирҙәр таралған осраҡтар теркәлмәне. Хәрби пункттарҙа хәүефһеҙлек талаптарына төплө иғтибар бүленде, – тине  Башҡортостандың хәрби комиссарыМихаил Блажевич.

Фото: скриншот. Мәғлүмәт сығанағы: БСТ.

 

Хәрби хеҙмәттән баш тартыусылар юҡ
Хәрби хеҙмәттән баш тартыусылар юҡ
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: