Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март 2022, 22:00

Республика Башлығы Бүздәктә эш сәфәрендә булды

"Бүздәк районы – беҙҙең республиканың таяныстарының береһе, бик көслө муниципалитет".

Республика Башлығы Бүздәктә эш сәфәрендә булды
Республика Башлығы Бүздәктә эш сәфәрендә булды

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Бүздәк районында булды. Унда күренекле эшмәкәр һәм сәйәсмән Муллайән Халиҡовҡа бюст асыу тантанаһында ҡатнашты, шулай уҡ муниципалитеттың социаль объекттарын ҡараны.

Бүздәк ауылының 1-се мәктәбендә 606 уҡыусы белем ала. Учреждениеның төп корпусы 1959 йылда төҙөлгән, ә 2010 йылда унда реконструкция эшләнгән, эргәһендә ашханаһы, спорт залы һәм уҡыу кластары булған яңы төкәтмә төҙөгәндәр. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проекты (национальный проект "Образование") сиктәрендә мәктәптә заманса мультимедиа ҡорамалдары урынлаштырылған, “Үҫеш нөктәһе” тәбиғи-фәнни белем һәм техник йүнәлештәге мәғариф үҙәге асылған.

Радий Хәбиров уҡыу кабинеттарын ҡарап сыҡты, уҡытыусылар менән аралашты, уларға коронавирус пандемияһы осоронда ауыр мәлдә ситтән тороп режимда эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ балалар баскетбол командаһының күнекмәһен күҙәтте. Төбәк етәксеһе мәктәптең физкультура уҡытыусыһы Регина Дәүләтшинаға ауылда эшләгән йәш белгескә 600 мең һум күләмендә грант алыу мөмкинлеге биргән “Ауыл тренеры” республика программаһында ҡатнашырға тәҡдим итте.

– Райондар буйлап йыш йөрөйөм. Күрәм, беҙҙең уҡыусыларға йәштәр күнекмәләр уҙғара. Ә һеҙ “Ауыл тренеры” программаһы буйынса ярҙам булған беренсе ҡыҙ була алаһығыҙ, – тип билдәләне.  

2018 йылдан Бүздәктеңәге 1-се мәктәптә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, республиканың Мәғариф министрлығы һәм Башҡорт дәүләт университеты булышлығында “Халиҡов уҡыуҙары” үтә. Уны уҙғарыуҙы уҡытыусылар коллективы тәҡдим иткән, шуға ла нәҡ ошонда,  мәктәп биләмәһендә Башҡорт АССР-ының тәүге етәкселеренең береһе булған Муллайән Халиҡовҡа бюст ҡуйырға ҡарар иткәндәр.

Республика Башлығы Радий Хәбиров район Мәҙәниәт йортоноң эше менән танышты. Ул күп функциялы комплекс булып тора: 404 урынлыҡ тамаша залы, спорт һәм көрәш залдары, ҡаяға үрмәләү майҙансығы, “Олимп” физкультура-һауыҡтырыу комплексы, никах теркәү залы һәм башҡа биналар бар.

Бүздәк мәҙәниәт йортонда 23 түңәрәк, 12 күңел асыу берекмәһе, 14 үҙешмәкәр халыҡ коллективы, уларҙың икеһе халыҡ исемен йөрөтә һәм икеһе өлгөлө.

Республика Башлығы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы экспозициялары менән танышты, үҙәк һәм балалар китапханаларында булды. Районда 19 ауыл китапханаһы эшләй, уларҙың икәүһе моделле. 15 мең кеше китапхананың даими уҡыусыһы булып тора.

Район Мәҙәниәт йортонда балалар сәнғәт мәктәбе урынлашҡан. Былтыр уның асылыуына 55 йыл тулған. Сәнғәт мәктәбендә 400 бала 13 йүнәлеш буйынса шөғөлләнә. Мәҙәниәт йорто директоры Илсур Ғилфанов белдереүенсә, былтыр сәнғәт мәктәбенең фойеһына капиталь ремонт эшләнгән.   

Радий Хәбиров кинозал менән дә танышты. 2021 йылдың 21 декабрендә, “Мәҙәниәт” милли проектын (национальный проект "Культура") тормошҡа ашырыу сиктәрендә, 98 урынға тәғәйенләнгән мультимедиа кинозалын асҡандар. Уны яңыртыуға биш миллион һум бүленгән.

Татар тарихи-мәҙәни үҙәгендә төбәк Башлығына районда уҙған төрлө саралар тураһында һөйләнеләр. Радий Хәбиров быйылдан райондарға төрлө фестивалдәр уҙғарыу өсөн 500 мең һум аҡса бүленә башлаясағы тураһында ла әйтеп үтте.

Бүздәк районы хакимиәте башлығы Илнур Иғдиев район Мәҙәниәт йортона капиталь ремонт талап ителеүе тураһында белдерҙе.      

Радий Хәбиров Мәҙәниәт йортонда урындағы эшҡыуарҙар менән дә осрашты, улар иһә үҙҙәре етештергән тауарҙар менән таныштырҙы.

– Санкциялар баҫымы шарттарында ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек тауарҙары етештергән фермерҙарға, бәләкәй предприятиеларға ярҙам итеү мөһим. 2021 йылдан республикала аҙыҡ-түлек етештергән һәм эшкәрткән сәнәғәткә ярҙам итеү буйынса комлекслы программаны тормошҡа ашырабыҙ. Был тармаҡта эшләгән бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн ҡорамалдар алыуға 50 мең һум субсидия бүләбеҙ. Әгәр аҡсаны үҙләштерһәләр, ул саҡта икенсе ярты йыллыҡта бюджетҡа үҙгәрештәр индереп, күләмде арттырып ҡарарбыҙ. Был беҙҙең ауыл эшсәндәре өсөн яҡшы ярҙам буласаҡ, – тине Радий Хәбиров.

Бүздәк районы хакимиәте башлығы Таллыҡул ауылында балалар-үҫмерҙәр спорт-һауыҡтырыу комплексы төҙөү планы менән уртаҡлашты. Республика Башлығы был фекерҙе хупланы һәм проект-смета документтарын әҙерләргә ҡушты.

– Бүздәк районы – беҙҙең республиканың таяныстарының, бик көслө муниципалитеттарҙың береһе. Бында килгән һайын йылы ҡараштар һәм халыҡтың ярҙамын тоям. Райондың артабан да уңышлы үҫешеүен теләйем, – тип йомғаҡланы эш сәфәрен Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығының рәсми сайтынан.

 

Республика Башлығы Бүздәктә эш сәфәрендә булды
Республика Башлығы Бүздәктә эш сәфәрендә булды
Республика Башлығы Бүздәктә эш сәфәрендә булды
Республика Башлығы Бүздәктә эш сәфәрендә булды
Республика Башлығы Бүздәктә эш сәфәрендә булды
Республика Башлығы Бүздәктә эш сәфәрендә булды
Республика Башлығы Бүздәктә эш сәфәрендә булды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: