Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март 2022, 13:30

Себерҙә яҡташыбыҙ һәләк булған

Бәрелешеүҙән бер машина кабинаһына ут тоҡанған...

Себерҙә яҡташыбыҙ һәләк булған
Себерҙә яҡташыбыҙ һәләк булған

Төмән өлкәһенең Ишем районында ике ҙур йөк машинаһының бәрелешеүе арҡаһында Башҡортостан водителе һәләк булған. Ҡыҙғаныс, ул машиналарҙың береһенең кабинаһында янған.

Юл-транспорт ваҡиғаһы 24 мартта иртән Силәбе-Ҡурган-Ишем-Омск трассаһында теркәлгән, тип хәбәр иттеләр урындағы ЮХХДИ-нан.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, полипропилен тейәлгән Volvo йөк машинаһы ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм Scania йөк машинаһы менән бәрелешә. Бәрелешеүҙән тәүге машина кабинаһына ут тоҡана. Уның водителе, 39 йәшлек Башҡортостан кешеһе һәләк булған. Ә икенсе шофер йәрәхәтләнгән. Уға урында медицина ярҙамы күрһәтелгән.

Фото Төмән дәүләт автоинспекцияһы идаралығы.

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: