Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Март 2022, 12:30

Арҡауыл ауылында парк төҙөкләндерелде

“Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә йәмәғәт биләмәһе торошон тамырынан үҙгәртергә ярҙам иткән

Арҡауыл ауылында парк төҙөкләндерелде
Арҡауыл ауылында парк төҙөкләндерелде

2021 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май”указдарында билдәләнгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (“Национальный проект «Жильё и городская среда») “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты сиктәрендә, Салауат районының Арҡауыл ауылында паркты төҙөкләндереү тамамланды.

-“Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһы беҙгә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә йәмәғәт биләмәһе торошон тамырынан үҙгәртергә ярҙам итте. Арҡауыл ауылының парк зонаһында тротуарҙар, туҡталҡалар, ял итеү урындары барлыҡҡа килде. Спорт һәм балалар өсөн ҡорамалдар монтажланды, яҡтыртҡыстар ҡуйылды, хәүефһеҙ резина япма түшәлде, биләмә йәшелләндерелде, - ти Салауат районы хакимиәте башлығының урынбаҫары Айрат Ғилметдинов.

Шулай уҡ, былтыр Салауат районы халҡы Малаяҙ ауылында парк төҙөү өсөн дә тауыш бирә. Проектҡа ярашлы, йәмәғәт майҙанында спорт һәм балалар майҙансығы, хәүефһеҙ резина япмалы воркаут урынлаштырыу, ял итеү зоналарын булдырыу күҙаллана.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: