Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май”указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проекты (Национальный проект "Производительность труда и поддержка занятости") сиктәрендә, 2021 йылда Иглин районының мәшғүллек хеҙмәте йүнәлешендә 120 кеше яңы һөнәр үҙләштергән йәки квалификацияһын күтәргән. Бында һанлы маркетолог, тренер-уҡытыусы, хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгес, веб-дизайнер һәм башҡа һөнәрҙәргә уҡытҡандар.
Иглин районы буйынса Халыҡты эш менән тәьмин бүлеге етәксеһе Ирина Садиҡова хәбәр итеүенсә, 2021 йылда уларға 2343 кеше, шул иҫәптән 1369 эшһеҙ мөрәжәғәт иткән. Хеҙмәт урыны эҙләүселәрҙең 62,2 проценты эшкә урынлаштырылған, 118 кеше йәмәғәт эштәренә йәлеп ителгән.
Бөгөн район буйынса 299 вакансия иҫәпләнә. Эшһеҙлек кимәле 1,17 процент тәшкил итә. Үҙәк тарафынан даими рәүештә ваканциялар йәрминкәһе үткәрелә, был сараны ZOOM форматында уҙғарыу ҙа ойошторола. Өс меңдән ашыу кешегә хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт еткерелгән. Мәшғүллек үҙәге аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, яңғыҙ йәшәүсе граждандарға социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтә.
2021 йылда ике эшһеҙгә үҙ эштәрен асыу өсөн 145560 һумлыҡ субсидия бирелгән. Февралдә биш бизнес-план ҡаралған.
Эшһеҙ статусын алған гражданға пособие түләнә. Уның минималь күләме – 1725 һум, максималь күләме 14710 һум (тәүге өс ай өсөн) тәшкил итә. Хеҙмәт урыны эҙләүсе граждандарға бөтә хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә.
Фото: “Башинформ”.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан