Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Март 2022, 16:00

Хәйбулла районының ике ауылында...

Районда ике ауыл яҡын киләсәктә яңы ҡағиҙә буйынса йәшәйәсәк

Хәйбулла районының ике ауылында...
Хәйбулла районының ике ауылында...

Районда ике ауыл яҡын киләсәктә яңы ҡағиҙә буйынса йәшәйәсәк.
Хәйбулла районының Әбүбәкер һәм Бәләкәй Арыҫланғол ауылдары "ҡоро закон" индереү инициативаһын күтәреп сыҡҡан. Был проект бөгөн район депутаттары ултырышы барышында көн тәртибенә индерелгән.
“Ҡоро законға” Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол һәм Әбүбәкер ауылдары ҡушылыу теләген белдергән. Район советы ҡарарын хәҙер Башҡортостан парламенты раҫларға тейеш. Әлеге Башҡортостан закондары буйынса һәр бер ауыл биләмәһе эскелеккә ҡаршы сиктәр ҡуя ала. Бының өсөн ауыл халҡы йыйылыштарҙа ҡарар ҡабул итә һәм уны дәүләт органдарына еткерә.

 Хәйбулалар айыҡ тормош өсөн көрәш башланы, ә һеҙҙең "ҡоро закон"ға ҡарашығыҙ нисек? Фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.

Фото һәм сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы сайтынан.

Хәйбулла районының ике ауылында...
Хәйбулла районының ике ауылында...
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: