Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Март 2022, 10:30

Предприятие юлдағы соҡорҙарҙы ямау эшенә тотондо

Ҡышҡы осорҙа “Асҡын йылылыҡ селтәрҙәре” МУП-ы 1466 километр юлды ҡарҙан таҙартҡан, бөтәһе 3500 кубометр ҡар сығарылған.

Предприятие юлдағы соҡорҙарҙы ямау эшенә тотондо
Предприятие юлдағы соҡорҙарҙы ямау эшенә тотондо

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май”указдарында билдәләнгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные и качественные автомобильные дороги") сиктәрендә, ҡышҡы осорҙа “Асҡын йылылыҡ селтәрҙәре” МУП-ы 1466 километр юлды ҡарҙан таҙартҡан, бөтәһе 3500 кубометр ҡар сығарылған. Ошо көндәрҙә предприятие район үҙәгендәге юлдарҙа соҡор ямау эшенә тотондо.

Предприятие начальнигы Радим Дауытов һөйләүенсә, төҙөкләндереү “Асҡын йылылыҡ селтәрҙәре” МУП-ының төп бурыстарына инә. 2021 йылда Бөтә Донъя фольклориадаһына әҙерлек һәм “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә район үҙәгенең үҙәк өлөшө төҙөкләндерелгән.

“Беҙ һигеҙ күп фатирлы йортто хеҙмәтләндерәбеҙ, уларҙың алтауһы менән шыйыҡ көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса килешеү төҙөлгән”, - тип эшмәкәрлектәренең тағы бер йүнәлеше менән таныштырҙы Радим Әнис улы.

Предприятиеның автопаркына килгәндә, баланста 14 берәмек техника иҫәпләнә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы уларҙың туғыҙы ғына эшләй. Автопаркты яңыртыу, гараж һәм келәттәрҙе ремонтлау талап ителә.

Ошо сәбәпле, предприятие халыҡҡа өҫтәмә хеҙмәт күрһәтә алмай. МУП-та кадрҙар буйынса ла проблема бар.

 “Киләсәктә хеҙмәттәр күрһәтеү, эшмәкәрлек буйынса иҫәпләүҙәр яңынан ҡараласаҡ һәм килешеүҙәр төҙөү системаһы үҙгәртеләсәк”, - тип пландары менән уртаҡлашты етәксе.

Фото: bash.news

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: