Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Март 2022, 21:45

Украина ғәскәрҙәренең хәрби потенциалы бөтөү өҫтөндә

Луганск халыҡ республикаһының – 93, Донецк халыҡ республикаһының 54 проценты азат ителгән

Украина ғәскәрҙәренең хәрби потенциалы бөтөү өҫтөндә
Украина ғәскәрҙәренең хәрби потенциалы бөтөү өҫтөндә

Украина ғәскәрҙәрен ракеталар, боеприпастар, яғыулыҡ һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү туҡтатылған тиерлек. Ошо турала брифингта генерал-майор Игорь Конашенков һөйләне.

Брифингтан төп мәғлүмәттәр:

- Рәсәй ғәскәрҙәре Киев, Харьков, Чернигов, Сумы һәм Николаев ҡалаларын блокировкаланы. Херсон һәм Запорожье өлкәһенең күп өлөш тулы контролгә алынды;

- Беҙҙең һалдаттар Луганс халыҡ республикаһының – 93, Донецк халыҡ республикаһының 54 процентын азат итте. Ышаныслы сығанаҡтарҙан Украинаның ғәскәрҙәре был республикалар биләмәләрен контролгә алыу маҡсатында хәрби операция әҙерләгән була. Был шарттарҙа, ДХР менән ЛХР-ға хәрби көс менән генә ярҙам итеп була ине. Рәсәй шулай итте лә;

- Сит илдән ялланып килгәндәрҙең һаны Украинала кәмегән. Күрәһең, “тыныслыҡ өсөн көрәшеселәр”ҙе уларҙың базаларына һәм лагерҙарына йүнәлтелгән юғары теүәллектәге һөжүмдәр ҡурҡытҡандыр. Һуңғы ете тәүлектә бер сит ил “ҡунағы” ла килмәгән, киреһенсә ҡайтыусылар бар. РФ Оборона министрлығы мәғлүмәттәренән, Украинаға 62 илдән 6595 террорсы һәм ялланып хеҙмәт итеүсе килгән. Уларға һуғыш ҡанундары ҡағылмай, улар юҡ ителәсәк.

- Рәсәй хәрбиҙәре үҙ бурыстарын ҡаһармандарса үтәй. 3,5 меңдән ашыу хәрби батырлыҡтары өсөн юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булды.

Украиналағы махсус операция Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡуйған бурыстарҙы тулыһынса үтәгәнсе дауам итәсәк, тип билдәләне Игорь Конашенков.

РФ Оборона министрлығының брифингтары ведомствоның сайтында: https://z.mil.ru/spec_mil_oper/brief/briefings.htm

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: