Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Март 2022, 20:30

"Өфө - Сибай" поезында 29 йыл элек...

Ул ваҡытта табылмаған енәйәтсе яңы тотолдо.

"Өфө - Сибай" поезында 29 йыл элек...
"Өфө - Сибай" поезында 29 йыл элек...

Ваҡиға башы 1993 йылға барып тоташа. Тәфтишселәр фаразы буйынса, 29 йыл элек 16 июль кисендә "Өфө - Сибай" поезында бер ирҙең үле кәүҙәһе табыла. Уның бысаҡ яраларынан шунда уҡ һәләк булғаны ла асыҡлана.

Ул ваҡыттағы тикшереү, оператив-эҙләү саралары ыңғай һөҙөмтә бирмәй, енәйәтсе асыҡланмай ҡала. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, үлтереүсенең шәхесен асыҡлау буйынса эш йылдар буйы дауам итә. Һәм әле енәйәтсенең кемлеге асыҡлана.

"Мәрхүм ул көндә пассажирҙар вагонында үҙенә таныш булмаған ир менән эсә. Икеһе лә иҫерә, араларында нимәгәлер ыҙғыш тыуа һәм аҙағы аяныслы - берәүһенең үлеме. Уның бысаҡ менән сәнсеп үлтерелгәнен күрһәтә экспертиза. Ваҡиғаларҙың бәйләнешлеген ул саҡта асыҡлауы ауыр була, сөнки вагонда бүтән пассажирҙар булмай, ә енәйәтсе был урындан ҡаса. Унан һуң икенсе бер енәйәте өсөн оҙаҡ йылдарға иркенән мәхрүм ителә", тип аңлатма бирәләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

Хоҡуҡ һаҡсылары енәйәт урынында табылған бысаҡ буйынса үлтереүсегә барып юлыға. Тәфтишселәр тағы оператив саралар үткәреп, заманса криминаль техника ҡулланып, нәҡ шул кешенең енәйәткә туранан-тура ҡағылышлы булыуын иҫбатлай. Кеше үлтереүсегә енәйәтен таныуҙан башҡа сара ҡалмай.

Бөтә тәфтиш тикшереү саралары һәм экспертиза үткәрелеп бөткәндән һуң эш ҡаралыу өсөн судҡа ебәреләсәк.

Фото: realt.onliner.by

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: