Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Март 2022, 21:45

Халыҡ юлдарҙың яҡшы булыуын теләй

 2021 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, әле март айында халыҡтан ялыуҙар өс тапҡырға артҡан.

Халыҡ юлдарҙың яҡшы булыуын теләй
Халыҡ юлдарҙың яҡшы булыуын теләй

Республикаға идара итеү үҙәге төркөмөнән:

"Башҡортостан Башлығы үткәргән оператив кәңәшмәләге докладтың яңы алымы үҙен аҡланы. Тиккә генә аҡыллы кешеләр дашбордты уйлап тапмаған. Уның асылы шунда – мәғлүмәт туплайһың һәм уға шуның нигеҙендә анализ яһайһың. Кем әйтмешләй, тиҙ ҙә, сифатлы ла. Дөрөҫөн әйткәндә, быларҙың барыһы ла - Республикаға идара итеү үҙәгенең эш емеше.

Был юлы докладты юлдар темаһынан башланылар – 1 марттан алып 28 мартҡа хәтлемге осорҙа тап юлдарға ҡарата ялыуҙар күп килгән. Үҙ сиратында улар “Инцидент-менеджмент” системаһы аша үткән. Мәҫәлән, Өфө районының Михайловка ауылы күҙгә салынған. Ғәжәп, көҙгөһөн ремонт эшләнгән юлда соҡорҙар барлыҡҡа килгән. Ә улай булырға тейеш түгел. Әлбиттә, халыҡ ҙур ризаһыҙлыҡ белдергән быға. Кешеләрҙең был турала социаль селтәргә яҙыуын аңларға мөмкин.

Статистика күрһәтеүенсә, 2021 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, әле март айында халыҡтан ялыуҙар өс тапҡырға артҡан. 42056 мөрәжәт - шуға асыҡ миҫал, ә былтыр был һан 14528 булған. Икенсе урында – иҡтисад мәсьәләһе һәм эшҡыуарлыҡ, ә өсөнсөлә – һаулыҡ һаҡлау темаһы.  

Фото: dorogi-onf.ru

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: