Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Март 2022, 10:30

“IT-конференция үткәреүебеҙҙе теләйһегеҙме?”

Тиҙҙән үҙебеҙҙең ярҙам сараларын ғәмәлгә индерәбеҙ.

“IT-конференция үткәреүебеҙҙе теләйһегеҙме?”
“IT-конференция үткәреүебеҙҙе теләйһегеҙме?”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә IT-белгестәр тураһында яҙып сыҡты.

“Беҙ, күрһәтмәгә ярашлы, IT-белгестәрҙе үҙ проекттарына ныҡлы йәлеп итеү өсөн ҙур тырышлыҡ һалабыҙ. Әле үк IT-компаниялар өс йылға планлы тикшереүҙәрҙән азат ителде. Ошо көндәрҙә Михаил Мишустин ошондай ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Армияға барыуҙы кисектереү буйынса ҡарар проекты әле ҡарала, уны яңы исемлектәр менән киңәйтеү күҙаллана.

Бындай белгестәр Рәсәйҙә ҡалырға теләһен, уларға бында уңайлы булһын өсөн шарттар тыуҙырырға кәрәк. Рәсәй Федерацияһының Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы бер нисә ярҙам сараһы тәҡдим итте лә инде: сит илдәрҙең ИТ-ҡорамалдарын сертификатлауҙы һәм ситтән килгән документтарҙы тултырыуҙы ябайлаштырыу, Рәсәй программа тәьминәте маркетплейсын булдырыу, Рәсәй продукттарын онлайн рекламалауға сығымдың 80 процентҡа тиклемен берлектә финанслау, тармаҡ һәм төбәк компетенция үҙәктәре ойоштороу, импортты алмаштырыуҙың иң яҡшы тәжрибәләре менән таныштырыу өсөн тармаҡ сараларын тормошҡа ашырыу һәм башҡалар.

Санкция баҫымы шарттарында хәҙер барыбыҙ алдында уға ҡаршы тороу бурысы тора. Сит ил продукттарының конкурентлы аналогтарын яҡшыртырға һәм уларҙың абруйын күтәрергә кәрәк. Күптән түгел беҙ көрсөккә ҡаршы саралар буйынса проект офисында санкциялар, элемтә операторҙары менән бәйле проблемаларҙы тикшергәйнек. Тиҙҙән үҙебеҙҙең ярҙам сараларын ғәмәлгә индерәбеҙ.

Өфөлә IT-конференция үткәреүебеҙҙе теләйһегеҙме?”, – тип яҙған Андрей Назаров.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: