Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Март , 16:00

Яҙғы боҙ яҫтыҡ ҡалынлығы булһа ла ышанма!

Башҡортостан Республикаға идара итеү үҙәге менән Башҡортостан Юлдаш телетапшырыуҙары “Объясняем.Башкортостан” проекты сиктәрендә брифинг ойошторҙо.

Яҙғы боҙ яҫтыҡ ҡалынлығы булһа ла ышанма!
Яҙғы боҙ яҫтыҡ ҡалынлығы булһа ла ышанма!

Башҡортостан Республикаға идара итеү үҙәге менән Башҡортостан Юлдаш телетапшырыуҙары “Объясняем.Башкортостан” проекты сиктәрендә брифинг ойошторҙо. Асыҡ һөйләшеүҙә республикабыҙҙың алты министры ҡатнашты. Әйткәндәй, брифингты 700 мең кеше ҡараған! Кешеләрҙең бындай әүҙемлегенә түбәндәгесә аңлатма бирергә кәрәк – бер кем дә бер нимәгә лә битараф түгел.

26 һәм 27 мартта халыҡ бына ниндәй йүнәлештәр буйынса мөрәжәғәт иткән. Тәүге урынды юлдар тармағы биләй, уның буйынса 272 кешенән һорау килгән. Икенсе урында – торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһе, ә инде өсөнсө урынға төҙөкләндереү темаһы сыҡҡан. Тағы ла күптәрҙе йорт ҡыйыҡтарында аҫылынып торған боҙбармаҡтар ныҡ борсой икән.

Шул уҡ ваҡытта боҙ өйҙәрҙә генә түгел, ә йылғаларҙа ла тиҙ ирей. Бына был инде айырыуса балыҡсылар өсөн хәүефле. Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәт етәксеһе Алик Шәрәфетдинов балыҡсыларҙы һаҡ булырға саҡырҙы. Шулай итеп, ете сантиметрҙан да йоҡа боҙ үтә хәүефле. Әйтәләр бит, яҙғы боҙ яҫтыҡ ҡалынлығы булһа ла ышанма тип. Әгәр ҙә боҙ ярылып китеп, һыуҙа ҡалһағыҙ, паникаға бирелмәгеҙ, боҙ ҡырыйына тотонорға тырышығыҙ, аяҡтың береһен булһа ла боҙ өҫтөнә һалыу бәләнән ҡотолоуға ярты аҙым. Үҙегеҙҙе һәм туғандарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото:

kryaradm.ru

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас в