“Ауыл табибы” программаһы Башҡортостанда 2012 йылдан ғәмәлгә ашырыла башланы. Уның төп маҡсаты – ауылдарҙағы медицина ойошмаларын юғары белемле табиптар менән тәьмин итеү.
Был ваҡыт эсендә ауылдарға эшләргә тип төрлө тармаҡ табиптары: участка терапевтары һәм педиатрҙар, стоматологтар, хирургтар, акушер-гинекологтар, анестезиолог-реаниматологтар, психиатрҙар һәм неврологтар, офтальмологтар күсте. Элек программа 35 йәшкә тиклемге табип һәм фельдшерҙарға ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота ине, унан һуң йәш сикләүе 45 йәшкә тиклем арттырылды. Республикала был программаның эшләп килеүе һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына белгестәр йәлеп итеүгә ыңғай үҙгәрештәр индерә. Әйткәндәй, табиптар бюджеттан матди ярҙам алыр өсөн дауаханала биш йыл эшләргә бурыслы. Йәштәрҙе ауылға йәлеп итерҙәй республика һәм федераль программаларҙың булыуы һөйөнөслө булһа, ҡулдарына диплом алған ҡыҙ-егеттәрҙең ауылдарға ҡайтыуы икеләтә шатлыҡлы.
Табиптарҙың һәр минуты кешеләргә ярҙам итеүгә бағышланған, тиһәк тә яңылышмаҫбыҙ. Шуға ла был яуаплы, ҡатмарлы һөнәрҙе тик сыҙамлы, миһырбанлы кешеләр генә үҙ итә алалыр.
Учалы районының Ахун ауылына маҡсатлы программа менән эшкә килгән педиатр Зилә Йомағужина ла ана шундай, үҙ эшенә мөкиббән киткән табиптарҙың береһе. Һәр кемгә алсаҡ педиатр бәләкәс пациенттарының ғына түгел, ата-әсәләрҙең дә яратҡан табибына әйләнгән.
Бала сағынан уҡ медик булырға, кешеләрҙе дауаларға хыяллана Зилә Илсур ҡыҙы. Мәктәптән һуң ҡыҙыл дипломға медицина училищеһын тамамлағас, Силәбе дәүләт медицина академияһы студенты булып китә. Педиатрия тармағын һайлай. Медицина вуздарында белем алыу ни тиклем ауыр икәнлеген беләбеҙ, шулай ҙа үҙ алдына ҡуйған маҡсатынан тайпылмай, тырышып уҡый, уҡыу йорто сиктәрендә уҙған төрлө сараларҙан да ситтә ҡалмай. Бына 19 йыл инде ул балалар һаулығы һағында.
2019 йылда “Ауыл табибы” программаһы буйынса Ахун амбулаторияһына эшкә килергә ҡарар итә һәм бер ҙә үкенмәй. Ахун ауылы халҡы араһында ихтирам яуларға өлгөргән дә инде Зилә Илсур ҡыҙы. Һәләтле, яуаплы белгестең хеҙмәте бында ла ҙур ихтыяж менән файҙалана, кескәйҙәр мөләйем табипты ярата, коллегалары ла уны егәрле, талапсан, һәр кем менән дә уртаҡ тел таба белгән хеҙмәткәр булараҡ белә. Ул Ахун һәм Бөйҙө ауылдарынан кескәй пациенттарҙы ҡабул итә. Уның ҡарамағында – 554 бала.
– Эшем оҡшай, һәр саҡ атлығып киләм, коллективыбыҙ берҙәм, ярҙамсыл. Балаларҙың шат йөҙөн, һау-сәләмәт булыуҙарын күреүҙән дә ҙурыраҡ шатлыҡ юҡ беҙҙең өсөн. Балаларҙы яратам, улар менән эшләү оҡшай, хатта еңел кеүек, – ти үҙ һөнәренең оҫтаһы.
Зилә Илсур ҡыҙы менән бергә эшләгән шәфҡәт туташы ла йәш һәм грамоталы белгес – Әлиә Йосопова. 2019 йылдан бирле Ахун амбулаторияһында хеҙмәт итә.
Зилә Илсур ҡыҙы эштә генә түгел, өйҙә лә уңған хужабикә. Уның өҫтәле тәмле аштарға бай, өйө лә бөхтә, таҙа. Ул эштә талапсан табип булһа, өйҙә наҙлы әсә, ҡатын булып ҡала. Тормош иптәше менән дүрт бала тәрбиәләйҙәр.
Һәр ерҙә үҙен тырыш, белдекле итеп танытҡан белгес ауылда ла һынатмай, халыҡҡа сифатлы медицина хеҙмәте күрһәтә, үҙенең күңел йылылығы менән кесеһенә лә, олоһона ла иғтибар бүлә, уларҙың сәләмәтлеген ҡайғырта.
Вилиә Янбаева.
Учалы районы.