Әсә кеше социаль селтәрҙәге сәхифәһенә ошондай һүҙҙәр яҙған һәм сабыйын күтәреп торған фото ҡуйған. Ул – Туймазы ҡалаһынан Әлиә Имелғужина. Ҡатын бер йыл буйы улын йүнләп күргәне юҡ, ошо сәбәпле ире менән туҡтауһыҙ судлашырға мәжбүр. Был турала киң матбуғат сараларында яҙылды.
Ә ике йәшлек малай әле атаһы менән йәшәй. Ир туғандары менән бергә баланы әсәһенән йәшерә, күрешергә мөмкинлек бирмәй. Был хәлдә иң ауыры – был ғаилә драмаһы ике дәүләттә бара. Әлиә Рәсәй гражданы булһа, ире - Абхазия кешеһе, малай ҙа әле шунда. Ҡатынға әлегә тиклем опека органдары ла, полиция ла, илселек тә ярҙам итә алмаған.
Әлиә менән Ярослав 2016 йылда социаль селтәрҙәр аша танышҡан, бер йылдан өйләнешкәндәр. Ҡатын белдереүенсә, тәүҙә барыһы ла яҡшы булған.
Туйҙан һуң йәштәр бала тип хыяллана башлай. Тик был тәбиғи юл менән килеп сыҡмай. Әлиә һөйләүенсә, тәүге ҡиммәтле ЭКО процедураһы өсөн Ярослав үҙе түләй, тик бер нәмә лә килеп сыҡмай. Икенсе тапҡыр ЭКО өсөн ҡатын үҙе түләй, һәм оҙаҡ көткән улдары ярала. Шул саҡта уҡ ғаиләлә тәүге проблемалар башлана: ир тиҙ ҡыҙып китә, ҡайһы саҡта буштан-буш агрессия күрһәтә башлай. Буласаҡ әсә, бала тыуғас, барыһы ла ипкә килер, тип өмөтләнә.
– Ҡәйнәм менән иремдең апаһы ла беҙҙең мөнәсәбәттәргә ҡыҫылды, мине иремдән өлкәнерәк булғанға яратманылар. Поликлиникала терапевт инем, декретҡа сыҡтым. Ауырлы мәлдә Туймазыла йәшәнем, ирем – Абхазияла. Ике йыл элек улыбыҙ тыуҙы. Операциянан һуң хәлем еңел булманы, бәпесте әсәйем ҡарашты. Ярославҡа иһә был оҡшаманы, әсәйең беҙҙең тормошҡа ҡыҫыла, тине. Ә оҙаҡламай Абхазияға күсеп китеүҙе талап итә башланы, – тип һөйләгән ҡатын.
Бала тыуғас, тәүге биш айҙа улар бергә Башҡортостанда йәшәй. Тик ир үҙенең тыуған яғына күсеүҙе талап итә, ҡурҡыта башлай. Оҙаҡ әрләшә торғас, Әлиәгә күсеүҙән башҡа сара ҡалмай.
Һөҙөмтәлә йәш ғаилә Сухум ҡалаһында йәшәй башлай. Ирҙең әсәһе һәм апаһы менән бер йортта урынлашалар.
Яңы урында ла тормоштары ипкә килмәй. Гел талаша, әрләшә торғас, бер көн Әлиә асҡыс урлап, ҡасырға мәжбүр була. Аҙаҡ туғандарын саҡыра һәм бер нисә көндән ире янына балаһын алырға тип бара. Әммә Ярослав улын әсәһенә бирмәй. Улар судҡа, полицияға, опекаға, хатта илселеккә мөрәжәғәт итә, әммә фәтүә сыҡмай.
Әлиә һәм уның улы - Рәсәй граждандары, әммә ҡатын сит дәүләттә йәшәгән балаһын ала алмай. Һөҙөмтәлә ул тыуған яғына әйләнеп ҡайта һәм адвокаттар яллай. Әле ире менән айырылышыу өсөн документтар әҙерләй.
– Ярослав менән йүнләп аралаша алмайбыҙ. Ваҡыты менән шылтыратып тора, тик әрләшеүҙән, янауҙарҙан ары китмәй. “Әгәр минеңсә булмаһа, бөтәһенә лә насар буласаҡ”, ти. Улымды видеобәйләнеш аша ғына күрәм", – ти Әлиә.
Юристар әйтеүенсә, ҡатынға балаһын ҡайтарыу еңел булмаясаҡ. Ғөмүмән, бындай дәүләт-ара эштәр оҙаҡҡа һуҙыла, нисек тамамланырын күҙаллау ауыр.
Аңлашып эш итһендәр, барыһы ла яҡшы тамамланһын тип теләргә ҡала.
Фото: "Бәйләнештә".