Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март , 15:08

Бында әүҙемдәр һәм тырыштар йәшәй

Ауыл хакимиәтенән. Ҡарт Муйнаҡ халҡы ауылдарындағы яҡтыртҡыстарҙы яңыртырға иҫәп тота.
Ҡарт Муйнаҡ халҡы ауылдарындағы яҡтыртҡыстарҙы яңыртырға иҫәп тота.Фото:Ауыл хакимиәтенән.

Туңғатар ауыл биләмәһе – Учалы районының иң эре ултыраҡтарының береһе. Уға Иҫке Байрамғол, Ҡарт Муйнаҡ, Туңғатар, Ҡорама, Аҙнаш, Ҡужай, Шәрип, Ялсығол, Иҫке Балбыҡ ауылдары һәм Комсомол ҡасабаһы ҡарай. Биләмәләге 854  йортта 2240 кеше йәшәй. Шуларҙың 418-е – 17 йәшкә тиклемге балалар, 707-һе – пенсионерҙар.

Халыҡтың тырышып, матур йәшәргә ынтылғаны ҡыуандыра. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, биләмәнең 804  хужалығында 367 һыйыр малы,  775 һарыҡ-кәзә, 502 баш йылҡы иҫәпләнә.  Йәштәр күпләп тыуған яҡтарында төпләнә, хаҡлы ялға сыҡҡас, атай нигеҙенә ҡайтып йәшәгәндәр ҙә бар.

Биләмәлә ете крәҫтиән (фермер) хужалығы, 18 шәхси предприятие уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Мозафар Ҡадиров, Салауат  Мәғәфүров, Сабит Йәнгилдин, Ураҙай Ғиззәтуллин, Рөстәм Фазылов кеүек тырыш уҙамандар гөрләтеп донъя көтә, халыҡҡа эш урындары ла булдырғандар.

Ауылдарҙың тышҡы ҡиәфәте лә йылдан-йыл күркәмләнә. Йорттар был яҡтарҙа төҙөк, тәрбиәле булыуҙары менән айырылып тора, яңы өй һалып сығыусылар ҙа байтаҡ. Йыл һайын Яңы йыл байрамы алдынан район хакимиәте тарафынан ойошторолған ауылдарҙы биҙәү буйынса конкурста туңғатарҙар ҙур әүҙемлек күрһәтә. Йорттары алдына ҡарҙан, боҙҙан төрлө һындар эшләп, гирляндалар менән биҙәп, үҙҙәренә һәм килгән ҡунаҡтарға яҡшы кәйеф бүләк итә улар. “Өлгөлө йорт” конкурсында ла дәррәү ҡатнашалар. Тирә-яҡты таҙартыу, йәшелләндереү буйынса уҙғарылған өмәләргә лә халыҡ ихлас сыға.

Республикала “Урындағы башланғыс­тарға булышлыҡ итеү” программаһы ғәмәлгә ингәс тә, Туңғатар биләмәһе халҡы унда әүҙем ҡатнашып, байтаҡ тәжрибә туплай.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, райондың төньяғындағы юлдарҙың торошон яҡшы тип әйтеп булмай. Учалы – Мейәс трассаһы буйлап бик күп йөк машинаһы йөрөй, улар арҡаһында биләмә соҡор-саҡырлыға әйләнә, асфальт иҙгеләнеп бөтә. Ауылдар эсендәге юлдарҙы юл фондынан бүленгән аҡса иҫәбенә  тәртиптә тоторға тырышалар.

2015 йылда Иҫке Байрамғол ауылының үҙәк урамы төҙөкләндерелә, асфальт һалына. Ошо маҡсатта алты миллион һум тирәһе аҡса тотонола. Халыҡ үҙе лә был эштә әүҙемлек күрһәтеп, тейешле сумманы  йыйып тапшыра.

Урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Энергия һаҡлағыс лампалар ҡуйыр өсөн район бюджетынан даими аҡса бүленеп тора. 2019 йылда Ҡорама ауылы халҡы “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашырға теләк белдерә һәм тотош ауылда яҡтыртҡыстарҙы яңыртыуға ирешә. Былтыр туңғатарҙар ҙа программа нигеҙендә шул уҡ проектты тормошҡа ашыра.

Коронавирус инфекцияһы хәүефе янау сәбәпле, халыҡтың тәҡдимдәрен хакимиәт белгестәре өй буйынса йөрөп яҙып ала, дөйөм йыйылыштар бар санитар талаптарҙы күҙәтеп ойошторола.

 Хакимиәткә конкурс документтарын тултырырға, халыҡтан аҡса йыйырға, эш барышын контролдә тоторға ярҙам итер өсөн әүҙем, алдынғы ҡарашлы кешеләрҙән торған инициативалы төркөм дә һайлана.

– Ауылыбыҙҙа балалар һаны байтаҡ, ололар ҙа күп. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,  урамдарыбыҙҙа элек ҡуйылған лампаларҙың байтағы эшлектән сыҡты, яңы биҫтәләр бөтөнләй яҡтыртылманы. Ҡыш ҡараңғы иртә төшә, балалар мәктәптән ҡайтҡанда хәүефле, ололар өсөн дә борсола инек, – ти төркөм етәксеһе Нил Зарипов.

Заманса яҡтыртҡыстар энергияны күп сарыф итмәүе һәм оҙаҡҡа етеүе менән отошло. Сметаға ярашлы, проект хаҡы ике миллион 100 мең һум тәшкил иткән. Республиканан – бер миллион, урындағы бюджеттан 667 мең һум аҡса бүленгән. Проекттың 330 мең һумын, бағыусы булараҡ, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ҡаплаған, ҡалған 103 мең һумды халыҡ йыйған. Тендерҙа еңеп, подрядсы хоҡуғына эйә булған Өфө районынан “Саттарова”  шәхси предприятиеһы яҡтыртҡыстарҙы яңыртыу эшен ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡара.

Сер түгел, программа тормошҡа ашырыла башлаған тәүге йылдарҙа халыҡ уның һөҙөмтәһенә бигүк ышанып та бөтмәне. Инициативалы төркөм туплау, аҡса йыйыу кеүек эштәрҙе лә ойоштороу ҡатмарлыҡтар тыуҙыра ине. Хәҙер хәл бөтөнләй икенсе –халыҡ һәр башланғысты күтәреп алырға әҙер генә тора, әүҙемлек күрһәтә.

Быйыл да Туңғатар биләмәһе программанан ситтә ҡалмаҫҡа ҡарар итә. Был юлы Ҡарт Муйнаҡ ауылы әүҙем була, уларҙа ауылдарындағы яҡтыртҡыстарҙы яңыртырға иҫәп тота.

– Бәләкәй генә ауылда дәртле, егәрле халыҡ йәшәй. Ҡарт Муйнаҡ халҡы биләмә генә түгел, район кимәлендәге төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Былтыр, мәҫәлән, “Айыҡ ауыл” конкурсында  ҡатнашып, өсөнсө урынға лайыҡ булдылар. Әлбиттә, проблемалар ҙа етерлек. Шуларҙың иң киҫкене – яҡтыртҡыстарҙың иҫкереүе. Халыҡтан өс тәҡдим ҡабул ителгәйне: урамдарҙы яҡтыртыу, уйын майҙансығы төҙөү һәм күперҙе яңыртыу. Ғинуар аҙағында йыйылыш үтте һәм ауыл халҡы тәүге вариант өсөн тауыш бирҙе. Конкурсҡа әҙерлек барышында ярҙам итер өсөн әүҙем, алдынғы ҡарашлы кешеләрҙән торған инициативалы төркөм һайланды, – ти Туңғатар ауыл хакимиәте башлығы Алмаз Ғиззәтуллин.

Әйткәндәй, проектта еңеп сығыр өсөн өҫтәмә балл алып булыу мөмкинлеген иҫәпкә алып, Ҡарт Муйнаҡта йәшәгән кешеләр балалар рәсемдәре конкурсы һәм студенттар КВН-ы ойоштора. Бынан тыш, ауыл халҡы шундай тәҡдим индерә: конкурста еңеп сыҡһалар, подрядсыларға ярҙам итеү маҡсаты менән улар эш башҡарған урындарҙы сүп-сарҙан таҙартыу өсөн өмәләр ойоштороласаҡ.

Шундай әүҙем, егәрле, үҙҙәренең тормошон яҡшыртырға ынтылған Ҡарт Муйнаҡ халҡының ниәте, һис шикһеҙ, тормошҡа ашыр. Уларҙың тыуған ауылдары төндә лә балҡып ултырыр, тип ышанайыҡ.

Римма СОЛТАНОВА 

Читайте нас в