Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март 2022, 10:00

Луганск балаларына Өфө оҡшаған

Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Петровский ҡалаһының 22-се мәктәбе директоры Гөлназ Серова һүҙҙәренсә, балалар Башҡортостанға сәфәрҙәренән бик ҡәнәғәт.

Луганск балаларына Өфө оҡшаған
Луганск балаларына Өфө оҡшаған

Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары Луганск Халыҡ Республикаһындағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыларына иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһенең беренсе урынбаҫары Светлана Чертороева балаларға ял итеүҙәрен һәм артабан уңышлы уҡыу өсөн көс йыйыуҙарын теләне.

“Һеҙҙең бик асыҡ, илгәҙәк үҫмерҙәр булыуығыҙ ҡыуандыра. Киләсәктә һеҙҙең бөтәһе ле уң булыуын теләйем. Беҙҙең республика һеҙгә һәр саҡ шат”, – тип билдәләне Светлана Чертороева.

Балалар бүләктәрҙе ихлас ҡабул итте. Ҙур ҡәнәғәтлек менән иҫтәлеккә фото төштө.

Өфөгә Мәскәүҙән поезда бөтәһе 30 уҡыусы килде, уларҙы өс оло кеше оҙатып йөрөй – мәктәп директоры, медицина хеҙмәткәре һәм уҡытыусылары. Ҡунаҡтарҙың иң бәләкәсенә  – 10, иң өлкәненә 17 йәш. Петровский ҡалаһының 22-се мәктәбенән әүҙемселәрҙе һәм яҡшы уҡыусыларҙы “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында урынлаштырғандар.  

Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Петровский ҡалаһының 22-се мәктәбе директоры Гөлназ Серова һүҙҙәренсә, балалар Башҡортостанға сәфәрҙәренән бик ҡәнәғәт.

  – Беҙ Ростовҡа тиклем бик оҙаҡ барҙыҡ, һуңынан поезда Мәскәүҙән Өфөгә тиклем килдек. Юлда ике тәүлек, үҙебеҙҙе бер аҙ йонсоғандай тойҙоҡ. Беҙҙең өсөн бик күп саралар үткәрелә. Ҡала буйлап экскурсияла йөрөнөк, музейҙа, театрҙа булдыҡ. Беҙгә ҙур иғтибар бүленә. Һеҙҙә кешеләр яҡшы, беҙҙе шундай йылылыҡ менән ҡабул иттеләр. Бөтәһенә лә ҙур рәхмәт. Беҙҙе урынлаштырған шифахана бик уңайлы, – тип уртаҡлаша Гөлназ Серова.

 Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Петровский ҡалаһының 22-се мәктәбенең IX класс уҡыусыһы Мария Гетманская Өфө ҡалаһының бик оҡшатыуҙары тураһында һөйләне.

– Башҡортостанға барыуға бәйле план тураһында бер ай элек билдәле булды. Беҙ шифаханаға барғаныбыҙҙы белдек, интернетта Өфөнөң фотоларын ҡараныҡ. Бик оҡшаны, – тине Мария Гетманская.

Ҡыҙҙың класташы Артем Кадакаев хоккейға барыу көслө тәьҫорат ҡалдырыуы тураһында уртаҡлашты.

Осрашыу аҙағында балалар Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән “Отряд Таганок” балалар фильмын ҡараны.   

Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе сайтынан.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: