Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март 2022, 19:30

Пассажирҙарҙы артабан алып барыуҙан баш тартҡан...

Был хәлгә “Башавтотранс”тан ниндәй аңлатма бирҙеләр?

Пассажирҙарҙы артабан алып барыуҙан баш тартҡан...
Пассажирҙарҙы артабан алып барыуҙан баш тартҡан...

Бөгөн Башҡортостанда буран сәбәпле оло юлдар ябылып торҙо. Тәбиғәт көйһөҙлөгөнә бәйле юл-транспорт фажиғәләре лә, ғәҙәти булмаған хәлдәр ҙә теркәлде.

Мәҫәлән, Өфөлә 74-се маршрут буйынса йөрөгән автобус юлын артабан дауам итеүҙән баш тартҡан. Пассажирҙарҙы И. Якутов паркы туҡталышында төшөрөп ҡалдырған. Сәбәбе: ҡар ныҡ яуғанлыҡтан, тимер юл вокзалы яғына төшөү хәүефле булған. “Карл Маркс урамы менән Ибраһимов бульвары араһында боҙлауыҡ барлыҡҡа килгән. Тауҙан төшөү үтә хәүефле булғанлыҡтан, водитель пассажирҙарының ғүмере өсөн ҡурҡҡан. Боҙға реагенттар һибелгәс кенә маршрут автобустары был урындан йөрөй башлаған”, - тип аңлатма биргән хәлгә “Башавтотранс”тың генераль директоры урынбаҫары Владимир Хурамшин.

Ә Борай районында бөгөн, 29 мартта, көндөҙ Өфө - Яңауыл автоюлында мәктәп автобусы юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, мәктәп уҡыусыларын алып китеп барған “ПАЗ” автобусы "КамАЗ"ға төкөгән. Салонда 17 бала булған. Бәхеткә күрә, бер кем дә ҡазаланмаған. Транспорт сараларына ғына механик зыян килгән. Юл фажиғәһе урынына ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала килеп еткән, балаларҙы икенсе автобус саҡыртып ултыртып ебәргәндәр.

Юлдарҙа иғтибарлыраҡ булайыҡ, имен-һау йөрөйөк.

Фото: ЮХХДИ.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: