Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март 2022, 14:50

Сәсеүгә ныҡлы иғтибар кәрәк

Кәңәшмәлә мөһим мәсьәләләр ҡаралды.

«Башинформ» МА
Фото:«Башинформ» МА

Кисә Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә тәүге тапҡыр Республикаға идара итеү үҙәгендә үтте. Ул бик матур сара менән башланып китте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шайморатов ордендары һәм Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында эшләгән табиптарға юғары дәүләт наградалары тапшырҙы.

Шайморатов ордены менән Башҡортостан Башлығының Эштәр идарасыһы урынбаҫары Вадим Гәрәев бүләкләнде. Ошо уҡ награданы республика Башлығының матбуғат хеҙмәте операторы Илшат Ҡаҙаҡҡолов алды. Ул – шундай юғары бүләккә лайыҡ булған тәүге журналист.

Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында яраланған хәрбиҙәргә һәм сирлеләргә ярҙам иткән Республика физкультура диспансерының баш табибы, табип-хирург Руслан Гәрәев менән Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табибы Лидия Ахунова Башҡортостандың Почет грамотаһы менән наградланды. Руслан Гәрәев Радий Хәбировҡа Донецкиға сәфәре ваҡытында шәхсән үҙе табиптар янына килеп күрһәткән ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.

Бер төркөм табиптарға “Башҡортостандың атҡаҙанған табибы” тигән исем бирелде. Радий Хәбиров шулай уҡ Луганск халыҡ республикаһы халҡына гуманитар ярҙам алып барыуҙа ҡатнашҡан кешеләргә был республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Радий Хәбиров мөһим кадр үҙгәреше тураһында хәбәр итте. Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Уның урынына һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса министр урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин үтәйәсәк.

Кәңәшмәлә бик ауыр тема ла күтәрелде. Башҡортостан Башлығы Украинала һәләк булған егеттәребеҙ тураһында әйтте.

– Был аҙна республика өсөн бик ауыр булды. Өфөлә, Күмертауҙа, Салауатта, Бөрйән районында, Нефтекамала һуңғы юлға Башҡортостан егеттәрен оҙаттыҡ, – тине ул.

Республика етәксеһе муниципалитет башлыҡтарына уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү мәсьәләһен шәхси контролдә тоторға ҡушты.

Башҡортостан Башлығы оперативкаларҙа даими рәүештә республиканың үҫеш күрһәткестәре менән таныштырып бара. Ағымдағы йылдың тәүге ике айы йомғаҡтары буйынса сәнәғәт етештереүе индексы 112,4 процент тәшкил иткән, был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән (107,5 процент) юғарыраҡ. Электр ҡорамалдары (дүрт тапҡыр), дарыуҙар (1.7 тапҡыр), металл әйберҙәр (142 процент) етештереүҙә юғары үҫеш тиҙлегенә өлгәшелгән. Сеймал секторы предприятиеларынан “Башнефть” яҡшы күрһәткестәргә эйә.

Башҡортостанда коронавирус менән сирләү осраҡтары көндән-көн кәмей. Һуңғы мәғлүмәттәр шундай: пандемия башланғаны бирле сирҙе 274548 кеше йоҡторған. Әлеге ваҡытта 135 кеше ковидгоспиталдәрендә дауалана. 19 кешенең хәле ауыр тип баһалана. 12026 кеше вирус менән өйҙә көрәшә.

Был мәғлүмәттәр менән һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин таныштырҙы. Ул вакцинация планын үтәү-үтәмәү тураһында ла әйтте:

– План 44 районда арттырып үтәлгән, 16 муниципалитетта – 80-дән 90 процентҡа тиклем. Өс районда иһә 80 проценттан да кәмерәк. Белорет районы (79,9 процент), Октябрьский ҡалаһы (79,6 процент) һәм Межгорье ҡалаһы (76,6 процент).

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитет етәкселәренә был мәсьәләне аҙағына еткереп ҡуйырға ҡушты.

Оператив кәңәшмәлә республика һәм ил өсөн бик мөһим булған тема күтәрелде. Ул – яҙғы сәсеүгә әҙерлек. Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, республиканың ауыл хужалығы эшсәндәре быйыл сәсеү эштәрен 15 апрелдән башларға ниәтләй. Уның белдереүенсә, аграрийҙар етен, кукуруз, ҡарабойҙай һәм шәкәр сөгөлдөрө сәсеү майҙандарын арттырырға ниәтләй. Иген баҫыуҙары иһә 1,7 миллион гектар тәшкил итәсәк. 1,8 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө алырға йыйыналар, унан301 ме ң тонна шәкәр ҡомо эшкәртергә мөмкин буласаҡ – был ике йыл ярымға етерлек запас. Шәкәр сөгөлдөрөн үҫтереү менән республикала йәмғеһе 18 муниципаль район шөғөлләнә.

Яҙғы баҫыу эштәрен үткәреүгә 2 миллиард 384 миллион һум дәүләт ярҙамын йүнәлтеү күҙаллана, был үткән йыл менән сағыштырғанда 250 миллион һумға күберәк.

– Дәүләт ярҙамы сығымдарҙың ярайһы уҡ ҙур өлөшөн ябырға ярҙам итәсәк. Бөгөн ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә 1,1 миллиард һумдан ашыу аҡса еткерелгән. Дәүләт ярҙамының ҡалған күләмен 1 майға тиклем биреп бөтөрөргә ниәтләйбеҙ, – тип билдәләне Илшат Фәзрахманов.

Сәсеү кампанияһына дәүләт ярҙамы сифатында ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға (1,27 миллиард һум), иген культураларын һатыуға (607 миллион һум), минераль ашламалар һатып алыуға (300 миллион һум), һөт һатыуға (256 миллион һум) һәм агротехнология эштәрен башҡарыуға (194 миллион һум) сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидиялар йүнәлтелә.

Башҡортостанда апрелдең тәүге декадаһында яуым-төшөмдөң норманан күберәк булыуы көтөлә, тип хәбәр итте Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы етәксеһе Вилора Горохольская. Уның белдереүенсә, Башҡортостанда йылғаларҙың күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән бер-ике көнгә һуңыраҡ асылыуы көтөлә. Ағиҙел бассейнындағы һыуҙың максималь кимәле нормаға ярашлы һәм 1,2 метрҙан түбәнерәк булыуы фаразлана. Дала йылғаларында, киреһенсә, һыу кимәленең норманан 30-50 сантиметрға юғарыраҡ булыуы көтөлә.

Собханғол эргәһендә Ағиҙел йылғаһында боҙ китеүе быйыл 13-19 апрелдә көтөлә, Стәрлетамаҡ янында – 8-14 апрелдә, Бөрө янында – 14-20 апрелдә.

Ҡариҙел йылғаһында Үрге Һөйән эргәһендә боҙ китеү 12-18 апрелдә булыр тип күҙаллана, Шаҡша эргәһендәге участкала – 7-13 апрелдә, Эҫем йылғаһында Глуховский участкаһында – 10-16 апрелгә, Бочкарев янында Дим йылғаһында – 10-16 апрелдә.

8-13 апрелдә Урал йылғаһы бассейнында йылғаларҙың боҙҙан әрселеүе фаразлана. Был йылғаларҙа һыуҙың максималь кимәле күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән түбәнерәк булыуы көтөлә.

– Көнсығыш Кама аръяғына килгәндә, бында һыуҙың максималь кимәле уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәргә яҡын булыр тип фаразлана, – тип өҫтәне ул.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов та яҙғы ташҡынға әҙерлек тураһында һөйләне. Республика көстәре был эштәргә бөгөндән әҙер.

Башҡортостанға сит илдә тороп ҡалған туристарҙы алып ҡайтыу дауам итә. Республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүенсә, 24 февралдән 25 мартҡа тиклем сит илдән йәмғеһе 3315 кеше ҡайтҡан. Әлегә тиклем сит илдә 172 кеше, шул иҫәптән Шарм-эль-Шейхта 55 һәм Хургадала 98 турист ҡала.

Бынан тыш, Маргарита Болычева хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың Ситуация үҙәге ярҙамында Мысырҙан Башҡортостанға донъяла килеп тыуған хәлдәр арҡаһында билет һатып алыу менән ҡыйынлыҡ кисергән 77 турист ҡайта алған.

– Сит илгә сығыр алдынан ныҡлап уйларға кәрәк. Донъяла нимә барғанын күреп тораһығыҙ бит, русофобия арта. Минеңсә, бик кәрәкмәһә йөрөмәй торорға. Балалар менән барыу бигерәк хәүефле, насар һүҙҙәр ишетеүең бар, – тине Радий Хәбиров.

Ул Башҡортостан кешеләренә үҙебеҙҙә ял итеү мөмкинлеген ҡарарға кәңәш итте. Бының өсөн беҙҙә шарттар булдырылған. Был турала кәңәшмәлә республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин һөйләне.

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас: