

Республикаға идара итеү үҙәге социаль селтәрҙәрҙең халыҡ тормошонда тотҡан роленә ҡағылышлы яңы яҙма ҡуйҙы. Дөрөҫөрәге – бөгөн БЮТ каналының иртәнге “Сәләм” тапшырыуы барышындағы тура бәйләнештә ошо хаҡта һүҙ алып барылды.
“Социаль селтәрҙәр – беҙҙең ысынбарлыҡ. Беҙ аккаунттарыбыҙҙы тикшерәбеҙ, яңы постар уҡыйбыҙ. Хәҙер инде башҡаса мөмкин дә түгел.
Бөгөн нимәләр ҡыҙыҡ? “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2022” быйыл 31-се тапҡыр уҙғарылып, республиканың 150-нән ашыу уҡытыусыһын берләштерҙе. Конкурстың бер этабы барышында – социаль селтәрҙә онлайн-тауыш биреүҙә 24 меңдән ашыу комментарий ҡалдырҙылар! Һөҙөмтәлә – 380 меңдән ашыу ҡарау. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 1-се гимназияның рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Юлия Александровна Смехованы – “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы” еңеүсеһен ҡотлайбыҙ!
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының (215 мең), Хеҙмәт министрлығының (85 мең), Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының (47 мең), Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының (44 мең) постары ныҡ һәйбәт уҡылған. Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә “Аңлатабыҙ.Башҡортостан” брифингының тура эфирын 700 мең тапҡыр ҡаранылар һәм 100-ҙән ашыу репост эшләнеләр. Бының сәбәбе – мәғлүмәттең көнүҙәк булыуы һәм иң борсоған һорауҙарға асыҡтан-асыҡ яуап биреү.
Һәм тағы ла бер ҡыҙыҡлы яңылыҡ: рәсми аккаунттарға яңы форматтар килә. Мәҫәлән, Луганск Халыҡ Республикаһының генерал-майор М.М. Шайморатов исемендәге 22-се мәктәбе уҡыусылары Өфөләге “Йәшлек House”ҡа барыуҙары тураһында 25 секундлыҡ клипта (Reels-тың “Бәйләнештә”ге аналогы) һөйләне һәм ул Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының сәхифәһендә ҡуйылды. Күрмәнегеҙме? Улайһа, һылтанма: https://vk.com/clip-205396653_456239094
Республикаға идара итеү үҙәгенең барлыҡ эшмәкәрлеге социаль селтәрҙәр менән бәйле: халыҡтың барлыҡ мөрәжәғәттәре, һорауҙары, ялыуҙары, тәҡдимдәре теркәлә, иҫәпкә алына һәм эшкәртелә. Йәғни контролдә тотола.
Статистика тураһында:
Юлдар – 118;
Иҡтисад һәм бизнес – 70;
Социаль хеҙмәтләндереү һәм яҡлау – 55.
Әйткәндәй, Максим Забелиндың министрлыҡтан хакимиәт етәкселегенә китеүен дә күптәр тап социаль селтәр аша белде. Уның Һаулыҡ һаҡлау министрлығы етәксеһе сифатында Пирогов ордены менән наградланыуы тураһындағы посты 8 мең кеше ҡарап, 120 лайк йыйғайны. Һеҙ ҙә лайк ҡуйып, уңыштар теләй алаһығыҙ: https://vk.com/minzdrav_02?w=wall-172931669_13618” – тип хәбәр иттеләр Респуликаға идара итеү үҙәгенән.
Фото һәм видео: Респуликаға идара итеү үҙәге.