“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе базаһында Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары халҡына йәмәғәт ярҙамы штабы эшен дауам итә. Бөгөн ирекмән Лилиә Хәбәбетдинова бында йыйылған кейемдәрҙе, иң кәрәкле әйберҙәрҙе Харьковтан мәжбүри күсеп килгән ғаиләләргә тапшырҙы.
Ул пандемия башланғандан бирле ирекмәнлек менән шөғөлләнә. Кешеләрҙең рәхмәте, ҡыуаныуы дәрт өҫтәй, ти.
“Кешеләргә ярҙам итеп, изгелеккә көс йыям. Төп бурысыбыҙ – улар бер ниндәй ҙә ауырлыҡтар кисермәһен өсөн йәшәгән урындарын мөмкин тиклем уңайлы итеү. Беҙ алып барған тауарҙар араһында - тәү сиратта талап ителгән әйберҙәр, шәхси гигиена саралары, аҙыҡ-түлек. Улар беҙҙең хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам итәсәгебеҙҙе белә”, – ти ирекмән.
Олег Руденконың ғаиләһе Өфөгә март башында килә. Уға ҡатыны менән һөйләшеп, тиҙ генә сығып китергә тура килгән.
"16 йәшлек улыбыҙҙы һәм әсәйемде алдыҡ. Уға 80 йәш. Беҙҙең уйланырға ваҡыт булманы. Кейенеп сыҡтыҡ та автобусҡа ултырҙыҡ. Оҙаҡ килдек. Харьковтан сыға алабыҙмы-юҡмы - билдәһеҙ ине. Бар ерҙә лә блок-постар. Туҡтаталар, ҡулға мылтыҡ бирәләр һәм һуғышырға оҙаталар", – тип һөйләй Олег Руденко.
Инна Руденко хәрби хәрәкәт барған ерҙә ҡалған туғандары – әсәһе, ағаһы тураһында һөйләй башлағас, күҙ йәшен тыя алманы. Ҡатын бындағы тыныслыҡ уның өсөн ят булыуын билдәләне. Үҙҙәрендә бит тәүлек әйләнәһенә атыш, ҡурҡыныс аҫтында йәшәргә тура килгән.
Ирекмән Лилиә Хәбәбетдинова шулай уҡ Ирина Полянскаяның ғаиләһенә гуманитар ярҙам тапшырҙы. Улар 20 мартта Харьковтан алты кеше килгән. Ғаилә ирекмәнгә ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.
Башҡортостанда күсеп килгәндәргә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр үҙәге булышлыҡ күрһәтә. Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары халҡына йәмәғәт ярҙамы штабы ирекмәндәре гуманитар ярҙамды ҡабул итеп, категориялар буйынса бүлә.
– “Беҙҙең хәстәр” колл-үҙәгенә көн һайын республикабыҙ халҡынан шылтыратыуҙар булып тора. Төрлө һорауҙар буйынса мөрәжәғәт итәләр. Яңыраҡ Донецк һәм Луганск республикаларынан килгән ике ғаилә аҙыҡ-түлек менән ярҙам итеүҙе һораны. Бөгөн партия ирекмәндәре был ғаиләләргә иң кәрәкле әйберҙәрҙе алып килде, – тине “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәр” проекты кураторы Гөлшат Мөхәмәтшина.
Билдәле булыуынса, 18 мартта Башҡортостандан икенсе автомобиль колоннаһы гуманитар йөк менән Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына оҙатылды. Унда аҙыҡ-түлек, шул иҫәптән 800 килограмм башҡорт балы, канцелярия тауарҙары, яҙыу өсөн кәрәк-яраҡ, шәхси гигиена һәм иң кәрәкле әйберҙәр, төҙөлөш материалдары туплана. Гуманитар йөктөң ауырлығы 96,5 тонна тәшкил иткән.
Йәмәғәт ярҙамы штабы адресы – Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17. Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындарҙағы 63 бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә була.
Эш режимы:
дүшәмбе – йома: 09.00 – 21.00 сәғәттәрҙә;
шәмбе – йәкшәмбе: 09.00 – 18.00 сәғәттәрҙә.
Йәмәғәт ярҙамы штабының Берҙәм колл-үҙәк телефоны – 8 (347) 218-19-19.
Шылтыратыуҙар көн һайын 8.00 – 20.00 сәғәттәрҙә ҡабул ителә.
Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе сайты.