Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттығы ултырышы үтә. Унда Башҡортостан Хөкүмәтенең 2021 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡтар яһалды. Депутаттар алдында ҙур доклад менән Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров сығыш яһаны.
Башҡортостан Хөкүмәте ҡала һәм ауылдарыбыҙҙы, ихата һәм подъездарҙы төҙөкләндереү, кешеләр матур шарттарҙа йәшәһен өсөн ҙур көсөн һала. Был йәһәттән бик күп программалар тормошҡа ашырыла. Андрей Назаров улар тураһында ла һөйләне.
– Беҙ Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә ҡала һәм ауыл мөхите сифатына һәм уңайлылығына ҙур иғтибар бирәбеҙ. “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә граждандар һайлап тауыш биргән биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса саралар тормошҡа ашырылған. 63 муниципаль берәмектә 146 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡарылған, – тине ул.
“Башҡортостан ихаталары” проекты сиктәрендә 2021 йылда дөйөм алғанда 742 млн һумға 140 ихата биләмәһе төҙөкләндерелгән. Күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау системаһы тотороҡло эшләй. 2021 йылда программала 140 меңдән ашыу кеше йәшәгән 834 күп фатирлы йорт (3,8 миллиард һум йүнәлтелгән) ҡатнашҡан. 115 күп фатирлы йортта дөйөм суммаһы 207,7 миллион һумлыҡ 312 подъезд төҙөкләндерелгән. 200 берәмек лифтты алмаштырыу өсөн генә 460 миллион һум аҡса бүленгән.
– Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсы еңеүселәре – 14 проект тормошҡа ашырыла. Улар араһында 2020 йылдың беренсе этабында еңгән Ағиҙел, Мәләүез, Дүртөйлө, Яңауыл ҡалалары һәм Краснокама районының Николо-Берёзовка ауылы, 2020 йылдың икенсе этабында еңеүселәр – Мәләүез районы Воскресенск ауылы, Йылайыр районы Йылайыр ауылы, Белорет, Сибай, Благовещен, Дәүләкән, Учалы, Баймаҡ ҡалалары бар, – тине Андрей Назаров. – Объектив ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса бөтә программаларҙы һаҡлайбыҙ. Быйыл республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә бөтә 63 муниципаль берәмек өсөн 1,4 миллиард һумға һатып алыу планлаштырылған.
Фото: smartik.ru