Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Март , 20:30

Үҙебеҙҙекеләр өсөн тауыш бирәйек!

Башҡортостан проекттары “Маршрут төҙөлдө” премияһына дәғүә итә.

Үҙебеҙҙекеләр өсөн тауыш бирәйек!
Үҙебеҙҙекеләр өсөн тауыш бирәйек!

“Маршрут төҙөлдө” – эске туризмды һәм сәйәхәттәрҙе үҫтереү өлкәһендә уникаль премия. Уға дәғүәселек эшен ойоштороу Туризм буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында уҙғарыла.

Номинацияларҙа ҡатнашҡан Башҡортостан проекттары - төбәктең визит карточкаһы булған йәки уға әйләнәсәк ваҡиғалар һәм проекттар. Улар өсөн тауышты түбәндәге һылтанмалар аша биреп була.

Йыл ваҡиғаһы: Малидак ультрамарафоны - https://travel.spec.kp.ru/golosovanie-sobytie-goda-20.

Тартыу нөктәһе: "Юлбаҫар ҡаяһы" турбазаһы - https://travel.spec.kp.ru/golosovanie-tochka-prityazh.

Йыл идеяһы: "Тирмәнтау тауына" и "Солоҡ һуҡмағында" экология һуҡмаҡтары берләшмәһе - https://travel.spec.kp.ru/golosovanie-ideya-goda-2022/ 

Ҡунаҡсыллыҡ мәҙәниәте: Sunrise эко-отеле - https://travel.spec.kp.ru/golosovanie-iskusstvo-goste.

Йәшел маршрут: "Таллы" экология һуҡмағы, "Ҡурсаулыҡ ере" экоһуҡмағы - https://travel.spec.kp.ru/golosovanie-zelenyj-marshru.

Һәр номинация буйынса финалсылар асыҡ онлайн тауыш биреү юлы менән билдәләнә. Еңеүселәрҙе билдәләү 2022 йылдың 28 апрелендә үткәрелә. Финалға сыҡҡандарға һәм еңеүселәргә дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылаҡ.

Фото: Туризм буйынса дәүләт комитеты.

 

Үҙебеҙҙекеләр өсөн тауыш бирәйек!
Үҙебеҙҙекеләр өсөн тауыш бирәйек!
Үҙебеҙҙекеләр өсөн тауыш бирәйек!
Автор:Римма Султанова
Читайте нас в