Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Март 2022, 22:15

“Ал елкән” конкурсы иғлан ителә

14 - 35 йәшлек талантлы авторҙарға, журналистарға, блогерҙарға 100 мең һумғаса бүләк алыу мөмкинлеге бар.

“Ал елкән” конкурсы иғлан ителә
“Ал елкән” конкурсы иғлан ителә

Рәсәй Мәғариф министрлығы “Лидер бул, Фекер тыуҙыр. Трендыңды үтә” девизы аҫтында конкурс үткәрә.

Заманса медианың буласаҡ шәхестәренә ярышта ҡатнашыу өсөн заявканы, шәп тексты 30 июнгә тиклем https://clck.ru/eMX54 сайтындағы конкурс бүлегенә ебәрергә, йә "Бәйләнештә"ге "Ал елкән" төркөмөнә https://clck.ru/eMX55 һалырға, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә #АлыйПарус_КП хештегы менән бирергә була. Еңеүселәр өс номинацияла билдәләнә:

- "Тематик блог" (пост, ирекле формала автор тексты);

- "Публицистик журналистика" (мәҡәлә, репортаж, күҙәтеү, очерк);

- "Әҙәби-нәфис әҫәр" (хикәйә, эссе).

Конкурс тураһында тулы мәғлүмәтте Рәсәй Мәғариф министрлығы https://clck.ru/NdGr, йә конкурс төркөмөнән https://clck.ru/eMX55 алырға була.

Фото: Рәсәй Мәғариф министрлығы.

Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас: