Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Март 2022, 22:00

Республика көнөндә асыласаҡ

Баш ҡаланың Совет майҙанында эш нисек бара?

Республика көнөндә асыласаҡ
Республика көнөндә асыласаҡ

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Совет майҙанында булды. Унда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыу, биләмәһен төҙөкләндереү буйынса күләмле проект тормошҡа ашырыла. Билдәле булыуынса, тап ике йыл элек Рәсәй Президенты Владимир Путин дивизия командирына үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исемен биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Бында төҙөкләндереү эштәренә республика етәксеһе башланғысы буйынса 2020 йылдың йәйендә тотондолар. Майҙан киңәйтелгән һәм Совет урамы эргәһендәге биләмә төҙөкләндерелгән. 2021 йылдың 1 сентябренән бында музыкаль фонтан эшләй башланы.

Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле проектын асыҡ конкурс форматында һайланылар. Уның еңеүсеһе – скульптор, милләттәшебеҙ Салауат Щербаков. Республика рәссамдары һәм скульпторҙар тәҡдиме буйынса, проектты тулыландырғандар, монументтың ике яғына колоннада өҫтәгәндәр.

Төҙөүселәр скульптура композицияһы фундаментына нигеҙ әҙерләгән дә инде. Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу 2022 йылдың 11 октябренә, Республика көнөнә, билдәләнгән.

Бөгөнгө эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Совет майҙанын, шулай уҡ уның эргә-тирәһен ҡараны, төҙөүселәр менән фасадтарҙы ремонтлау, архитектура яҡтыртҡысын ҡуйыу буйынса пландарҙы тикшерҙе.

– Бында ҡаланың йәмәғәт һәм мәҙәни үҙәге буласаҡ. Ул йәштәребеҙҙе лә йәлеп итһен ине тип теләйбеҙ. Майҙан эргәһендә яңы мәҙәни-ял итеү урындары барлыҡҡа киләсәк, – тине Радий Хәбиров. – 9 майҙа майҙанда генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәм кавалерия дивизияһы яугирҙәре һәләк булған Луганск халыҡ республикаһынан тупраҡ тултырылған капсула һалабыҙ. Ә Республика көнөнә халыҡҡа данлыҡлы Геройға һәйкәлде тәҡдим итәсәкбеҙ. Шәхсән минең өсөн был төп ваҡиғаларҙың береһе буласаҡ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: