Башҡортостан – Волга буйы федераль округында йәштәр һаны буйынса беренсе урында тора һәм Рәсәйҙә тәүге ун лидер төбәктәр исемлегенә ингән. Республикабыҙҙа йәштәр дөйөм халыҡтың 27 процентын тәшкил итә.
Шул шатлыҡлы, республика етәкселеге йәштәргә көслө иғтибар бүлә. Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса йәштәрҙең йәмәғәт ойошмалары араһында, йыл да йәштәр сәйәсәте өлкәһендә грант конкурсы үткәрелә. 35 йәшкә хәтлемге аспирантарға һәм фән кандидаттарына ярҙам итеү өсөн һәм уларға уңайлы эш шарттары тыуҙырыу, донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем үҙәгенең программа эшмәкәрлеген һөҙөмтәле тормошҡа ашырыу маҡсатында йәш ғалимдарға республика гранттары булдырылған. Шулай уҡ әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге премия бар.
Өфөлә октябрҙә йәштәр өсөн “Йәшлек house” өр-яңы объекты асылды. Беҙҙә ирекмәндәр хәрәкәте киң йәйелдерелгән. 2021 йылда республикабыҙҙа 556 ирекмән ойошмаһының эшләүе билдәле ине, унда 381 мең кеше иҫәпләнә. Был – республикабыҙ халҡының 10 проценты.
Йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү маҡсатлы алып барыла. “Юнармия” сафына 25,5 мең кеше баҫҡан, 71 урындағы бүлексә эшләй, 847 юнармия отряды барлыҡҡа килгән. “Патриот” паркы буласаҡ. Пандемия осоронда граждандарға ярҙам итеү өсөн 5000 ҡыҙ һәм егет йәлеп ителде.
2021 йылда спорт объекттарын төҙөү өсөн 1 миллиард һум аҡса бүленгән.
Фото: volunteer-center.ru