Йәмғиәт
31 Март 2022, 14:30

Башҡортостан бар яҡтан беренсе!

Тимерйән Рәжәпов: "Диңгеҙҙә “Өфө” атамалы һыу аҫты кәмәһе йөрөп ятһын әле! Ғорурлыҡ бит!"

Башҡортостан бар яҡтан беренсе!Башҡортостан бар яҡтан беренсе!
Башҡортостан бар яҡтан беренсе!

Бөгөн Санкт-Петербург ҡалаһында Башҡортостан өсөн бик әһәмиәтле ваҡиға булды: "Өфө" атамаһын йөрөткән яңы һыу аҫты кәмәһе һыуға төшөрөлдө. Тантаналы сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, уның хәләл ефете Каринэ Хәбирова һәм рәсми делегация ҡатнашты.

Һыу аҫты кәмәһенең "Өфө" тип аталыуы - беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Был турала үҙ фекерҙәре менән Хәрби хәрәкәттәр ветерандары берлеге рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, Миңлеғәли Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды етәксеһе Тимерйән Рәжәпов уртаҡлашты.

– Дөрөҫөн әйткәндә, республикабыҙ һәр ваҡыт изге эштәр башҡарыу йәһәтенән илдә беренсе булып тора. Бөйөк Ватан һуғышы, 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм башҡа илебеҙ өсөн мөһим ваҡиғаларҙа беҙҙекеләр тәүгеләрҙән булып йөрөгән. Шул саҡтағы батырҙарыбыҙ тураһындағы хәтерҙе, мәҫәлән, Миңлеғәле Шайморатов хаҡында, улар азат иткән биләмәләр кешеләре әле һаман ҡәҙерләп һаҡлай.

Бөгөнгө ваҡиға ла республикабыҙ өсөн бик әһәмиәтле. Республика Башлығы Радий Хәбиров бик ҙур эш башҡара, Башҡортостанды бар илгә, донъяға танытыу, йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү өсөн тырыша. Был йәһәттән алдынғылыҡ күрһәтәбеҙ. Диңгеҙҙә “Өфө” исемле һыу аҫты кәмәһе йөрөп ятһын әле! Ғорурлыҡ бит! Башҡортостаныбыҙҙы, уның баш ҡалаһы Өфөнө тағы ла күберәк кеше беләсәк. Башҡортостан - ҙур илебеҙҙең бер өлөшө. Беҙ дәүләтебеҙҙең мәнфәғәттәрен яҡлайбыҙ. Армия һәм флотҡа ярҙам итеү - бурысыбыҙ.

Ә унда хеҙмәт иткән яҡташ егеттәребеҙ өсөн ниндәй ҡыуаныс! Беҙҙең Затон биҫтәһендә йылға училищеһы бар, унда уҡығандар менән осрашып торабыҙ. Улар Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итергә, диңгеҙҙәр ҡыҙырырға, ҙур караптарҙа йөрөргә хыяллана. Тимәк, дөрөҫ тәрбиә бирелә. Әгәр егеттәребеҙ алыҫ диңгеҙгә китеп, “Өфө” карабына барып эләкһә, улар өсөн ниндәй ҙур мәртәбә булыр ине. Беҙҙең Башҡортостанда диңгеҙ флотында 34 мең кеше хеҙмәт иткән! Бик ҙур һан. Был эште, һис шикһеҙ, хуплайбыҙ, – тине Тимерйән Рәжәпов.  

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас