Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Март 2022, 20:30

"Беҙҙе ситтә беләләр һәм баһалайҙар"

Рафаэль Байдәүләтов "Өфө" һыу аҫты кәмәһенә ниндәй теләктәрен еткерҙе?

"Беҙҙе ситтә беләләр һәм баһалайҙар"
"Беҙҙе ситтә беләләр һәм баһалайҙар"

Бөгөн Санкт-Петербург ҡалаһында бик әһәмиәтле ваҡиға булды: "Өфө" атамалы яңы һыу аҫты кәмәһе һыуға төшөрөлдө. Быны Башҡортостан халҡы ҡыуанып ҡабул итте. Тантаналы сарала республика Башлығы Радий Хәбиров һәм рәсми делегация ҡатнашты. Һыу аҫты кәмәһенең "Өфө" тип аталыуы - беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ.

Был турала фекерҙәре менән республика Хөкүмәтенең элекке Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов тә уртаҡлашты.

– Башҡортостан – электән тәүгеләрҙән булып дәүләтебеҙҙең мәнфәғәттәрен яҡлаусы төбәк ул: башҡорт яугирҙәре һәр саҡ алғы сафта, ә тыл эшсәндәре армияны һәм флотты кәрәкле нәмәләр менән тәьмин итеү өсөн тырышып эшләй. Беҙ гел кәрәк саҡта ваҡиғалар уртаһында һәм бер ҡасан да Тыуған илде һаҡлау бурысыбыҙҙы онотмайбыҙ. Республикабыҙҙан ситтә быны беләләр һәм баһалайҙар. Яңы һыу аҫты кәмәһенең беҙҙең төбәктең баш ҡалаһы исемен алыуы – быға сағыу дәлил. Барлыҡ Башҡортостан халҡын, бигерәк тә өфөләрҙе был мөһим ваҡиға менән ҡотлайым. Ә "Өфө"гә яйлап һыу аҫтына сумыу, еңел күтәрелеү һәм ыңғай йүнәлеш теләйем, – тине Рафаэль Байдәүләтов.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: