Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Март 2022, 21:00

Был карапта үҙебеҙҙең егеттәр хеҙмәт итә аласаҡ

Диңгеҙҙә хәҙер "Өфө" һыу аҫты кәмәһе йөҙәсәк.

Был карапта үҙебеҙҙең егеттәр хеҙмәт итә аласаҡ
Был карапта үҙебеҙҙең егеттәр хеҙмәт итә аласаҡ

31 мартта Санкт-Петербургта “Адмиралтейск верфи” акционерҙар йәмғиәте майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Өфө” ҙур дизель-электр һыу аҫты кәмәһен һыуға төшөрөү тантанаһында ҡатнашты.

Был субмарина – Рәсәйҙең Тымыҡ океан флоты өсөн 636.3 проекты буйынса эшләнгән алты һыу аҫты кәмәһенең дүртенсеһе. Уны 2019 йылдың 1 ноябрендә төҙөй башланылар. Һыу аҫты кәмәһенә нигеҙ һалыуҙа Өфө мэры Өлфәт Мостафин ҡатнашҡайны. Башҡортостандың Рәсәй флоты үҫешенә индергән ҙур өлөшөн иҫәпкә алып, республиканың Диңгеҙселәр йыйылышы башланғысы менән кәмәгә “Өфө” атамаһы бирелде.

Хәрби карапты конструкциялауҙа һәм йыһазландырыуҙа файҙаланылған заманса технологиялар уға 45 тәүлеккә тиклем үҙаллы йөҙөү мөмкинлеге бирә. Шул уҡ ваҡытта кәмә тауышының кимәле океандағы тәбиғи фонға тиклем кәметелгән, был дошманды табыуҙы һәм уның һөжүменән ваҡытында тайпылыуҙы тәьмин итә.

Тантана барышында Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов Адмиралтейский верфейҙары коллективын сираттағы төҙөлөштөң тамамланыуы менән ҡотланы, артабан да уңыштар теләне. Уның һүҙҙәренсә, караптың исемендә тәрән тарихи тамырҙар ята.

– Беҙҙә матур йола бар – яңы караптарҙы Рәсәй ҡалалары хөрмәтенә атау. Өфө менән Санкт-Петербургты тарихтың бихисап биттәре бәйләй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ленинградтың бер нисә предприятиеһы Башҡортостандың баш ҡалаһына эвакуацияланған. Байтаҡ яҡташтарыбыҙ Өфөлә йәшәй, унда балалар, ейәндәр тәрбиәләп үҫтергән, – тине ул. – Башҡортостан етәкселеге һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына ҙур иғтибар бүлә. Радий Фәрит улы, һеҙгә ошо ҙур эш өсөн рәхмәт. Яңы карап беҙҙең ныҡлы дуҫлыҡтың тағы ла бер символына әүереләсәк.

Радий Хәбиров Башҡортостандың күптәнге диңгеҙ йолалары барлығын билдәләне.

– Бөгөн республикабыҙ һәм уның баш ҡалаһы өсөн бөгөн тарихи көн,  – тине ул. – Өфөлә 1,2 миллион кеше йәшәй. Ҡалабыҙ Сергей Аксаков, Михаил Нестеров, Рудольф Нуриев, Илдар Абдразаҡов һәм Рәсәйҙең башҡа лайыҡлы граждандары – һуғыш һәм хеҙмәт геройҙары исеме менән дан тота. Санкт-Петербург етәкселегенә һыу аҫты кәмәһенә “Өфө” атамаһын биреү тураһында башланғысыбыҙҙы хуплағаны өсөн рәхмәт. Бөгөн уны уңышлы һыуға төшөргәндә яҡын дуҫым, көрәштәшем Өлфәт Мансур улы Мостафинды иҫкә алдылар. Башҡортостанға диңгеҙҙәге ғөрөф-ғәҙәттәр ят түгел. 34 меңдән ашыу яҡташыбыҙ - Советтар Союзының һәм Рәсәйҙең хәрби моряктары. Һәм бөгөн, ошо еңел булмаған ваҡытта, Ҡораллы көстәребеҙ ил Президенты Владимир Путин ҡуйған бурысты үтәйәсәгенә ышанабыҙ. Саф фарватер һәм диңгеҙселәребеҙгә хәүефһеҙ тәрәнлектәр теләйем!

Хәрби-диңгеҙ флотының Баш штабы начальнигы – Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флоты Баш командующийының беренсе урынбаҫары, адмирал Александр Носатов яңы карапта хеҙмәт итәсәк моряктарға уңыштар теләне.

– 636-сы проекттың заманса һыу аҫты кәмәләре тыуған илебеҙҙең диңгеҙ сиктәрендә ихтыяж менән файҙалана. Корабль төҙөүселәр уларҙа илдең оборона һәләтен нығытыу өсөн иң яҡшы инженер ҡарарҙарын ҡулланған, – тине ул. – “Өфө” субмаринаһы экипажы хеҙмәтен лайыҡлы башҡарыр, беҙҙең командованиеның бурыстарын уңышлы үтәр тип ышанам.

Сәләмләү һүҙе менән шулай уҡ Санкт-Петербургтың Закондар сығарыу Йыйылышы рәйесе Александр Бельский, “Берләштерелгән суднолар төҙөү корпорацияһы” акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесе Георгий Полтавченко сығыш яһаны. Улар Адмиралтейск верфейҙары коллективын яңы хеҙмәт еңеүе менән ҡотланы, һыу аҫты кәмәһе моряктарына тыныс хеҙмәт теләне.

“Өфө” һыу аҫты кәмәһе командиры, өсөнсө ранг капитаны Андрей Барков экипаж исеменән Санкт-Петербург губернаторы, Башҡортостан Башлығы һәм Адмиралтейск верфейҙарының карап эшләүселәрен Рәсәйҙең Тымыҡ океан флоты составына инәсәк яңы кораблде эшләү буйынса берлектәге эш өсөн рәхмәт белдерҙе.

Субмаринаны һыуға төшөрөр алдынан һыу аҫты кәмәһенең “ҡиәмәтлек әсәһе”, Башҡортостан Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова карап бортына шампан шарабын һуғып ватты. Караптарҙың “ҡиәмәтлек әсәләре” традициялары элекке тарихҡа эйә. Карапты һыуға төшөрөү йолаһында бындай әсә мөһим роль уйнай. Каринэ Хәбироваға “Өфө” һыу аҫты кәмәһенең “ҡиәмәтлек әсәһе” булыу хөрмәтен Санкт-Петербургтағы “Адмиралтейские верфи” акционерҙар йәмғиәте етәкселеге тәҡдим иткән.

Һыуға төшкәндән һуң субмарина йөрөү һәм дәүләт һынауҙарын үтеп, Владивостокта урынлашасаҡ.

2021 йылдың июлендә Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм һыу аҫты кәмәһе командованиеһы хеҙмәттәшлек, шефлыҡ бәйләнештәре тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа ярашлы, баш ҡала хакимиәте флотта хеҙмәт итеүҙе пропагандалауға методик-мәғлүмәти ярҙам күрһәтәсәк, уҡыусылар өсөн республиканың музей учреждениеларына экскурсиялар, моряктар алдында Башҡортостандың ижади коллективтары сығыштарын ойошторасаҡ. Үҙ сиратында субмарина командованиеһы мөмкин булғанса республиканан хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарҙы ҡабул итәсәк. Шуныһы, был Башҡортостан өсөн Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флоты караптары менән шефлыҡ бәйләнештәре урынлаштырыуҙың тәүге тәжрибәһе генә түгел. 2020 йылда Башҡортостан Хөкүмәте һәм Төньяҡ флоттың ҙур десант карабы “Иван Грен” шефлыҡ бәйләнештәре тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа республика Башлығы Радий Хәбиров, карап командиры, икенсе ранг капитаны Андрей Жарков ҡул ҡуйҙы.

Тантаналы саранан һуң Радий Хәбиров журналистар менән аралашты.

– Бик үҙенсәлекле тойғолар кисерәм. Ошондай ҡеүәтле крейсерҙың “Өфө” тип аталыуы бик ҡыуаныслы. Рәсәй Тымыҡ океан флотының был хәрби карабы беҙҙең сиктәрҙе һаҡлаясаҡ. Ә беҙ уның менән ғорурланырбыҙ, хәстәрлек күрербеҙ.

– Беҙгә команданы ойоштороуҙа ҡатнашырға кәрәк булып сығамы? – тип һораны журналист.

– Кәмә командаһы булдырылған, әммә унда даими алмаштырыу бара. Шуға күрә иң яҡшы егеттәребеҙҙе был карапта хеҙмәт итеүгә тәҡдим итеү хоҡуғы һәм мөмкинлеге алабыҙ. Ул Владивостокта урынлашасаҡ, әммә беҙҙең шефлыҡҡа алынған карап буласаҡ. Әлбиттә, уның экипажы һәм хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре тураһында хәстәрлек күрәсәкбеҙ. Беҙ һыу аҫты кәмәһенең китапханаһын булдырыуҙа ярҙам итәсәкбеҙ, моряктарҙы һауыҡтырыуҙа ҡатнашасаҡбыҙ. Улар беҙгә хәрби-патриотик сараларҙа ҡатнашыу өсөн киләсәк. “Иван Грен” карабы экипажы менән хеҙмәттәшлек итеү тәжрибәһен иҫәпкә алып, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең тормошон уңайлыраҡ, яҡшыраҡ итеү өсөн шефлыҡ бәйләнештәре булдырыласаҡ. Армия һәм флотҡа ярҙам итеү – беҙҙең бурыс, – тине Радий Хәбиров.  

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: