Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Март 2022, 21:30

Чат-бот ярҙамға килә

Республикала чат-бот барлыҡҡа килде, ул халыҡҡа көнүҙәк һорауҙарға яуап табырға ярҙам итәсәк.  

Чат-бот ярҙамға килә
Чат-бот ярҙамға килә

Республикала “Ярҙамсы Аңлатабыҙ.Башҡортостан” чат-боты эшләй башланы. Унда төбәктәге ярҙам саралары, вакансияларға, аҙыҡ-түлеккә хаҡтарға бәйле хәл тураһында оператив мәғлүмәт алырға мөмкин. Виртуаль ярҙамсыға һылтанма – https://t.me/WeexplainRB_Bot 

Яңы чат-ботта тематик рубрика һайлау һәм билдәле бер һорауға яуап эҙләү функцияһы бар. Ҡулланыусыларға “Аңлатабыҙ.Башҡортостан” порталындағы бөтә мәғлүмәт араһынан үҙеңә кәрәклеһен эҙләү кәрәкмәй, ни бары публикацияларҙы категориялар буйынса сортҡа бүлергә һәм кәрәклеһен һайлап алырға була. Әгәр кеше чат-ботта үҙ һорауына яуап тапмаһа, “Икенсе һорау” тигән өҫтәмә төймәне һайлай, социаль селтәрҙәге “Аңлатабыҙ.Башҡортостан” һылтанмаһы буйынса үтә һәм һорауҙы шунда бирә ала.

– Беҙ көн һайын халыҡтың төрлө мәсьәләләр - тауарҙарға хаҡтар, дарыуҙар, ғәмәлдәге республика һәм федераль социаль программалар, эшҡыуарҙарға ярҙам саралары буйынса мөрәжәғәттәрен эшкәртәбеҙ. Килгән барлыҡ һорауҙарҙы тикшерәбеҙ, темалар буйынса төркөмләштерәбеҙ һәм министрлыҡ, ведомство, муниципалитеттарҙағы коллегаларыбыҙ менән берлектә уларға яуаптар әҙерләйбеҙ. Иң популяр һорауҙарға яуаптар һуңынан әлеге чат-ботҡа эләгә. Һәр кем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә дөрөҫ, тикшерелгән мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә булыуы беҙҙең өсөн бик мөһим, – тине Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы урынбаҫары Дмитрий Черенков.

Алдан Рәсәй Хөкүмәте тарафынан эшкә ҡушылған “Объясняем.рф” мәғлүмәт ресурсында шулай уҡ үҙенең “Объясняем.рф” чат-боты бар – https://t.me/WeexplainRF_bot. Сервис Telegram, Viber мессенджерында һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрендә эшләй. Проектты “Милли өҫтөнлөктәр” һәм “Диалог” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмалары тормошҡа ашырҙы.

Фото: iuldash.ru

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан Объясняем.РФ

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: