Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Март 2022, 16:45

"Өфө" һыу аҫты кәмәһе һыуға төштө

Был сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм уның хәләл ефете Каринэ Хәбирова ҡатнашты

"Өфө" һыу аҫты кәмәһе һыуға төштө
"Өфө" һыу аҫты кәмәһе һыуға төштө

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә пост ҡалдырҙы.

“Был “Өфө” һыу аҫты кәмәһе, Тымыҡ океан флоты өсөн яңы хәрби берәмек. Бөгөн Петербургта тантаналы рәүештә уны һыуға төшөрҙөләр.

Башҡортостандың данлы флот традициялары бар, республикабыҙҙың 34 меңдән ашыу кешеһе флотта хеҙмәт итеү аша үткән. Баш ҡалабыҙ, хеҙмәт батырлығы ҡалаһы, яңы субмаринға үҙ исем биреүе менән ғорурланабыҙ. Мин Санкт-Петербург губернаторы Александр Бегловҡа һәм “Адмиралтейские верфи”ға бының мөмкин булғанлығы өсөн рәхмәт белдерәм.

Беҙ ҡәҙерле дуҫым, фекерҙәшем Өлфәт Мансур улы Мостафин башлаған ҙур эште тамамланыҡ. Үҙ ваҡытында ул беҙҙең Диңгеҙселәр йыйылышының “Өфө” кәмәһен атау башланғысын ҡайнар хупланы һәм быға нигеҙ һалыуҙа ҡатнашты. Беҙ бөгөнгө тантана менән уны ла иҫкә алдыҡ, тип әйтергә мөмкин. Тормош иптәшем Каринэ был кәмәлә ҡиәмәтлек әсә булды – беҙҙең ғаилә өсөн был оло хөрмәт һәм ҙур яуаплылыҡ. Һәм беҙ “Өфө” экипажы хаҡында икеләтә хәстәрлек күрәсәкбеҙ.

Карапта хеҙмәт итәсәк кешеләргә таҙа фарватер һәм имен тәрәнлектәр теләйем. Ә Башҡортостан, беҙҙең яҡшы йола буйынса, һеҙгә мотлаҡ ярҙам итәсәк”, – тип яҙҙы ул.

Карапты һыуға төшөрөү күп христиан мәҙәниәттәрендә баланы дини суҡындырыу тантанаһына тиңләшә, уның барышында судноға исем бирелә. Был шуға бәйле: суҡындырылған бала Аллаһтың бағыуы һәм яҡлауы аҫтында тип иҫәпләнә. Карапты һыуға төшөрөү тантанаһын да баланы суҡындырыуға тиңләп, моряктар ҙа үҙҙәре һәм караптары өсөн Алланан яҡлау алырға теләй.

Тап шуға күрә элек-электән кәмәне һыуға төшөрөү тантаналы билдәләнгән. Тәүҙә тантаналар дини йолаға ярашлы була. Аҙаҡ дини яғы кәмеһә лә, судноны “суҡындырыу” йолаһы тороп ҡалған һәм ҡиәмәтлек әсәһе һайланған. Һәм бөгөн был ғәмәлде башҡарған саҡта ҡиәмәтлек әсәһе күпселек шаһиттар алдында традицион шампан шарабы шешәһен судноға бәреп вата.

Татьяна Голикова, Валентина Матвиенко, Эльвира Нәбиуллина кеүек сағыу, көслө, харизмалы һәм үҙаллы ҡатын-ҡыҙҙар Рәсәйҙең яңы тарихында ҡиәмәтлек әсәләре булып тора. Башҡортостан Республикаһында Радий Хәбировтың хәләл ефете Каринэ шундай образға тап килә.

 

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: