Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында “Бөгөн республикаға ниндәй проекттар кәрәк?” тигән темаға киңәйтелгән һөйләшеү ойошторолдо.
Һүҙҙе палата рәйесе Азамат Йәнбирҙин башланы. Уның һүҙҙәренсә, бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа халыҡҡа яңы эш урындары булдырыу мөһим мәсьәлә булып тора, кешеләрҙе үҙмәшғүллек өсөн өр-яңы йүнәлештәргә ылыҡтырыу фарыз. Башҡаларға ҡарап ятмай, барыһын да үҙебеҙгә етештерергә өйрәнергә кәрәк.
– Йән биргәнгә йүн биргән, тиҙәр, – тине Азамат Йәнбирҙин. – Башҡортостандарға һәр йәһәттән дә өр-яңы импульс бирергә кәрәк, ошондай мөмкинлектән файҙаланып ҡалһындар.
Билдәле булыуынса, сираттағы оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың уңыштарына ныҡлы иғтибар йүнәлткәйне. Республика йәмәғәт ойошмаларының үҙ проекттарын яҡшы итеп тормошҡа ашырыуы өсөн ярайһы аҡса йүнәлтә алыуына ышандырҙы, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы Башҡортостан Башлығы гранты конкурсында әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Асыҡ һөйләшеүҙә эске туризмды үҫтереү, һаулыҡ һаҡлау, спорт тармағы, халыҡты социаль яҡлау, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, дөрөҫ туҡланыу һәм башҡа йүнәлештәр буйынса фекер алышыу булды. Проекттарҙың барыһының да республикабыҙ үҫешенә көслө булышлыҡ итәсәге билдәләнде.
Автор фотоһы.