Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Март 2022, 20:00

Рейдта ниҙәр асыҡланды?

Һуңғы айҙа һатып алыусыларҙан ялыуҙар бер нисә тапҡырға артҡан.

Рейдта ниҙәр асыҡланды?
Рейдта ниҙәр асыҡланды?

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Халыҡ контроле” проекты әүҙемселәре Өфөләге сауҙа нөктәләре буйлап рейд ойошторҙо. Партия ағзалары шәкәр, тоҙ һәм ҡағыҙ хаҡына мониторинг яһаны.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты,  “Халыҡ контроле” партия проектының төбәк координаторы Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, тауарҙарҙың күпселегенә хаҡ артҡан.

“Рейд йомғаҡтары буйынса ҡағыҙ ҡиммәтләнгән, тип әйтергә мөмкин. Урыны менән уның хаҡы 639 һумға етә. Әлбиттә, яңы етештереүселәр ҙә бар, ләкин сифат яҡшынан түгел. Ҡағыҙҙы 1680 һумға һатҡан магазиндар ҙа бар, был ҡыуанырлыҡ хәл түгел, әлбиттә", – тине Гөлнур Ҡолһарина.

Депутат билдәләүенсә, рейд буйынса отчет партия етәкселегенә тапшырыласаҡ, унда тейешле һығымта яһарҙар.

Ҡайһы бер магазиндарҙа шәкәр хаҡы аптыратты, ти комиссия ағзалары. Бер килограмм ҡабын 80 һумдан арзаныраҡҡа алырға мөмкин. Үҫемлек май, он, ярма – комиссия тәү сиратта ошо тауарҙарға иғтибар бирҙе. Әүҙемселәр һуңғы айҙа һатып алыусыларҙан ялыуҙарҙың бер нисә тапҡырға артыуын билдәләй.  

“Халыҡ контроле” проекты активистары әйтеүенсә, теге йәки был продуктҡа ҡытлыҡ булмаһын, шулай уҡ хаҡты нигеҙһеҙ арттырған эшҡыуарҙарҙы асыҡлау өсөн бындай рейдтар ай һайын үткәреләсәк.

Рейд һөҙөмтәһе буйынса хәлде тотороҡландырыу һәм хаҡты арзанайтыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләнәсәк.

Фото: "Берҙәм Рәсәй".

Рейдта ниҙәр асыҡланды?
Рейдта ниҙәр асыҡланды?
Рейдта ниҙәр асыҡланды?
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: