Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель , 11:30

Ҡафтау аръяғында ниҙәр бар?

Бындағы халыҡ Аллаһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмай.

“Ейән-ейәнсәрҙәремә: “Ҡафтау аръяғына алып киткәндәр, улар һағынған, илаған. Йылдар үткәс, “тимер ҡоштар”ҙа ҡайтҡандар”, – тип әкиәт һөйләйем. Шул саҡта  Ислам: “Ҡартәсәй, Ҡафтауҙы һөйләмә. Унда ҡурҡыныс...” – тип әйтә ине. Мин үҙем шул мәлдә балаларҙың яҙмышын юрағанмын икән”, – тип һөйләне таныш ханым, башынан үткәндәр менән уртаҡлашып. Арабыҙҙа күпме кеше бар – шунса яҙмыш, ә был өләсәйҙең кисергәндәрен тыныс тыңлау мөмкин түгел.

...Ҡыҙым чечен егете менән ғаилә ҡорҙо, матур итеп никах уҡыттыҡ. Чечен Республикаһынан ҡоҙағыйҙар ҙа матур итеп әҙерләнеп килде. Йәштәр яҡшы ғына йәшәп китте, әммә бәхеттәре оҙаҡ­ҡа булманы – уларҙы яҙмыш айыр­ҙы, өс йыл ғына йәшәп ҡалдылар. Ике­һе лә ғәйепле түгел – кейәү кешене элек Чечняла булған сыуа­лыштарҙа ҡатнашҡаны өсөн оҙаҡ йыл­дарға төрмәгә ултырттылар. Ғүмерҙә лә шулай булыр тип уйламаным.

Тәүҙә балалар беҙҙә ҡалды, мин  биш йыл уларҙы ҡараным. Ҡыҙым ситкә йөрөп эшләй. Мин: “Бында эшләп булмаймы? Балаларыңды ла ҡарашыр инең!” – тип ризаһыҙлыҡ белдерҙем. Ул, миңә үсегеп, балаларҙың атаһының туғандарын саҡырып, сабыйҙарҙы улар­ға биреп ебәрҙе. Шулай итеп, 2016 йылда ейән-ейәнсәрҙәремдән айырылдым. Был мәлдә йөрәгем өҙөлгәндәй булды.

Улар менән бары ике йылдан сентябрҙә Екатеринбург ҡалаһында осраштыҡ. Был күрешеүгә дарыуҙар эсеп, әҙерләнеп барҙым, шунһыҙ шунда уҡ йығылыр инем. Ошо ваҡыт эсендә балалар ҙа ныҡ үҙгәргән, беҙҙән ситләшә башлауҙары тойолдо. Бары ике көн генә аралашып өлгөрҙөк.

Былтыр июндә ейәнем менән ейәнсәремде күреү өсөн Чечен Республикаһына барырға ҡарар иттем. Ҡыҙым билет алды, һәм мин юлға сыҡтым. Һағыш, осрашыу теләге, шомланыу ҙа бар. Балаларҙы күрһәтмәҫ өсөн икенсе урынға алып китеп бармаһындар ине, тип үҙем ҡурҡам.

Беҙ уларға күстәнәс, кейем ебә­реп, ярҙам итеп торабыҙ. Был юлы ла май, бал, ҡаҙы, сәксәк, бауырһаҡ, сәй кеүек күстәнәстәрҙе йыйып, юлға сыҡтым. Был эштә туғандар ҙа, дуҫ-иш тә, күрше-күлән дә ярҙам итте.

Ул мәлдәрҙә нисек ҡаршы алырҙар, тигән шомло уйҙар башымдан сыҡмай ине. Ҡурҡҡан эш хәйерлегә була, тигәндәй, юлым ыңғай булды. Сәфәргә сығыуым тураһында хәбәр иткәс, мине көткәндәр: Әстрханда поездан ҡаршы алдылар, Гудерместа икенсе таксиға күсереп ултырттылар. Был мәлдәрҙә ҡурҡыу хисе бөткәйне, үҙем дә аптырайым. Шул саҡта “Ниңә элек ошолай юлға сыҡманым икән?” тип уйланам, көйәләнәм. Грозныйға таңғы сәғәт 5-кә килеп еттек. Наурға такси менән юлландым. Таңғы сәғәт 7-гә барып төштөм.

Иртә таң булһа ла, эҫе, бөркөү. Ейәнем Ислам менән ҡоҙағый намаҙ уҡып алды. Әйткәндәй, улар бер намаҙҙы ла ҡалдырмай.

Хазан ҡоҙағый 2000 йылға тиклем Ҡаҙағстанда йәшәгән – уларҙы һуғыш йылдарында булған золом ваҡытында һөргөнгә ебәргән булғандар. Ул үҙ тормошонда күп ауырлыҡтар кисергән. Етмәһә, 2010 йылда ҡоҙабыҙҙы, ире Сәйдиҙе, һыйыр һөҙөп үлтергән.

Чечен ҡоҙалар йәшәгән ауыл ҙур, әллә нисә магазин, хатта ательелары  бар. Иң аптырағаным – икмәк ризыҡтары арзан, мәҫәлән, күмәс 15 һум тора. Шуға иғтибар иттем, унда бөтә ерҙә лә Исламды хәтерләткән баннерҙар эленгән, дини тәрбиә көслө, бөтә ерҙә лә аҙан тауышы яңғырай. Дини мөхит шул тиклем кешегә ныҡ тәьҫир итә, шулай булырға тейеш тип ҡабул итәһең. Спиртлы эсемлектәр һатылмай, составында спирт булған дарыуҙар ҙа юҡ.

90-сы йылдарҙа көслө һуғыш булған Веденский районының Хаттуни ауылына аятҡа алып барҙылар. Әле лә һуғыштан ҡалған емерек йорттар тора. Шулай булһа ла, унда төҙөлөш яҡшы ба­ра, бейек һәм матур йорттар һалалар.

Тағы ла шуға иғтибар иттем: Чечен Республикаһында бар ерҙә лә “Ҡөрьән” китабын баш осонда күтәреп йөрөтәләр. Ҡоҙағый ҙа өйөндә шулай йөрөтә йә күкрәгенә һала. Мәсеттәрҙең күплеге хайран итте. Бындағы халыҡ Аллаһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмай.

Балалар сараларға, мәктәп­тә­рендәге Белем байрамына ла ҙур сәскә гөлләмәһе менән килә һәм, уҡыусы­ларҙың үҙҙәрен дә ҡотлап, гөлләмә бирәләр. Рәсәй көнө лә мәктәптә ҙур байрам булараҡ билдәләнә. Был сағыу сара аша Тыуған илгә һөйөү тәрбиә­ләйҙәр. Мин барғанда балалар өйҙә ине, ә аҙаҡ балаларҙың икеһе лә бушлай бирелгән юллама буйынса лагерға ял итергә китте.

Чечняла ауыл урамынан китеп бар­ғанда ла, үтеп барған машиналар туҡ­тап: “Һеҙҙе ҡайҙа алып барырға?” – тип һорап, кәрәкле урынға бушлай илтеп ҡуялар. Ошолай бер-береһенә хөрмәт, ихтирам менән ҡарауҙары ла хайран итте.

Ислам ейәнем мәктәптә тик “биш­ле”гә өлгәшә, үҙе бик ҡыҙыу, еңмеш. Ейәнсәрем Иман уҡыуға еңелсә ҡарай, артист булырға хыяллана, әммә бик түҙемле, үҙен тыныс тота.

Ҡоҙағый балаларға: “Үҫһәгеҙ, Башҡортостанға барырһығыҙ”, – тип ултыра. Шуны ла билдәләргә кәрәк, Чечняла әсәй культы көслө.

Бында баҙар гөрләп тора: төрлө сыр етештерәләр, һөт ризыҡтарын  яҡшы итеп эшкәртеп һаталар. Кейем дә осһоҙ. Чечен халҡы көндәлек тормошта ябай кейенһә лә, байрамға шундай сағыу биҙәнеп, матур кейенеп бара. Туй, ҡыҙ оҙатыу, тыуған көн кеүек байрамдарҙы ла матур итеп ойошторалар. Балаларҙың тыуған көнөнә аниматорҙар саҡыралар. Ҙур торттар бешертеп, унда исемдәрен яҙҙыртып, фотоларын эшләтеп, баланың күңелен күрәләр.

Тағы бер нәмәгә ныҡ иғтибар иттем: туғанлыҡ хисе көслө. Балаларҙы ҡыҙымдың килендәше ҡараны. Элина: “Мин Ислам менән Иманды, үҙемдең балаларымдан яҡын күреп, ныҡ ҡара­ным. Улар Башҡортостандан килгәс, тәүҙә ныҡ иланы”, – тип һөйләне.

Бында тәртип бар, балалар ҙа беҙҙә­генән ныҡ айырылып тора. Хәҙер ҡы­ҙымдың балаларын кире алғыһы килә, тик мин: “Балаларға теймә, шунда үҫ­һендәр”, – тип тыйҙым. Беҙҙәге мөхиттә ундай тәртипле балалар тәрбиәләүе ауыр булыуын да яҡшы аңлайым.

Бер туйҙы күҙәтергә насип булды. Туй ваҡытында машинанан услап аҡса һиптеләр. Бөтә балалар йыя башланы, тик минең ейән менән ейәнсәр ситтән ҡарап торҙо. Шул саҡта балаларҙы күҙәтеп тороп, үҙемдең ейән менән ейәнсәрҙә башҡортҡа хас тыйнаҡлыҡты тойҙом. Был сифат ҡандан килгәнен аңланым.

Ҡайтырға ваҡыт еткәс, балалар менән айырылышыуы бик ауыр булды. Сыҡҡанда артҡа әйләнеп ҡараманым, “Йылҡысыҡҡан күленән аттар сыҡҡанда, артҡа әйләнеп ҡарарға ярамаған” тип үҙемде тынысландырып, артҡа ҡарама­йынса барырға кәрәк, тип уйланым. Ә йөрәк шул тиклем һыҙлай...

Рәмилә МУСИНА 

Читайте нас в