Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель 2022, 10:43

“Армия хеҙмәте мине сыныҡтырҙы”

Айрат Нурмөхәмәтов.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов.

Илеш районының Түбәнге Йәркәй дөйөм белем биреү лицейында тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һәм технология дәрестәрен алып барған Денис Ильяс улы Биктимеров, йәш булыуына ҡарамаҫтан, төплө фекерҙәре, илһөйәрлек, тыуған ер йәме, ир намыҫы  тураһындағы киң ҡарашы,  матур уйҙары менән һоҡланыу тыуҙырҙы. Үҙ хыялдарына тоғро,  алға маҡсаттар ҡуйып йәшәгән егеткә ихтирам, ата-әсәһенә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.

– Бөрө социаль-педагогия академияһын  2001 йылда уңышлы  тамамлағас, армияға хеҙмәт итергә киттем. Бындай хыялым бәләкәй­ҙән  күңелдә йәшәй ине, егет кешегә хәрби хеҙмәттең нисек булыуын белеү, һалдат бутҡаһын тәмләп ҡарау теләге  һис тә ят түгел бит инде.

Үҙ теләгем менән хеҙмәт итергә китеүемә ғәжәпләнгәндәр ҙә булды, әлбиттә.  Әсәйем Гүзәлиә, көтөл­мәгән ҡарарыма ҡаршы төшөп, ниәтемде һүрелтергә маташманы. Ике-өс тапҡыр хәрби комисса­риатҡа барып ғариза яҙҙым, ни­һайәт, теләгемде ҡәнәғәтләндер­ҙеләр. Армияла бүлексә командиры булдым. Белоруссияла һауа-космос оборона ғәскәрҙәрендә бер йыл сержант  булып хеҙмәт иттем. “Денис, ҡал хеҙмәт итергә, артабан уҡыуҙы дауам итерһең”, тип “ҡоҙалаусылар”, “хәрби хеҙмәт тап һинең кеүектәр өсөн” тип өгөтләүселәр ҙә булды. Эйе, ил именлеген һаҡлау бурысы, яңы хәрби технологияларҙы өйрәнеү, дисциплина, яңы белем алыу күңелемә бик яҡын. Ҡалғым да килә ине, икеләндем дә... Тик тыуған яғымды һағыныу тойғоһо  барыһын да еңде, Илеш тәби­ғәтенән, ауылдаштарымдан, ту­ғандарымдан айырылып ғүмер итеүҙе күҙ алдына килтерә алманым.

Атайым 1980 – 1982 йылдарҙа Афғанстанда десант-штурмлау төркөмөндә хеҙмәт иткән. Ә ҡустыһы  Дауыт ағайҙың  1984 –1986 йыл­дарҙа пехотала хеҙмәт иткәнен ишетеп беләм. Уларҙың ҡыйыулығы, һынауҙарҙы намыҫлы үтеүе менән ғүмерем буйы ғорурланам. 

– Денис, һинең өсөн армия хеҙмәте ни өсөн ҡәҙерле, ул  егет­тәргә нимә бирә? 

– Барыһынан да элек – мул тормош тәжрибәһе. Бер йыл эсендә әллә күпмегә етерлек хәтирәләр, яңылыҡтар, күнекмәләр алдым. Тәүге айҙың ауыр булыуын йәшер­мәйем, уҡыу процесы тиҙләтелгән рәүештә барҙы, көн һайын тактик дәрестәр, сафта йөрөү, атыу һәм дөйөм дәүләт сәйәсәте  буйынса әҙерлек үткәрелде. Өҫтәүенә, нормативтарҙы үтәргә кәрәк. Ҡаты дисциплина мине сыныҡтырҙы.

Мин әле лә хәрби хеҙмәттән айырылғаным юҡ, Рәсәй мобилизация резервында торам. Вазифам  – рота старшинаһы, прапорщик званиеһындамын. Алынған күнекмә­ләрҙе онотмау, яңы технология­ларҙы үҙләштереү  өсөн ай һайын занятиелар үткәрелә. Йылына бер тапҡыр сборға йыйылабыҙ. Һуңғы тапҡыр Ырымбур өлкәһендә тотош полк тупланды.

– Һинең лицейҙағы эшең дә булмышыңа тап килә шикелле, балаларҙы яратаһың, һәр береһе менән уртаҡ тел таба беләһең, тиҙәр...

– Тормошҡа бик яҡын бит мин уҡыусыларға  белем биргән дәрес.  Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен белеү ҡыҙыҡлы, фәһемле. Ә технология­ларҙы өйрәнеү егеттәр өсөн, ҡайҙа ғына йәшәһә лә, һулар һауалай кәрәк буласаҡ. Ағастан әйберҙәр эшләргә, тимерҙе киҫергә, ағасты һырлап биҙәргә өйрәнәбеҙ, самолет, катер, вертолет моделдәрен проектҡа ҡарап  эшләйбеҙ. Быйыл олимпиаданың муниципаль кимәлдә ойошторолған этабында лицей еңеү яуланы. Республика ярыштарында ла һынатҡаныбыҙ юҡ, ижади эштәребеҙ юғары баһа ала. Оҫта ҡуллы уҡыусым Данил Зарипов менән VII кластан алып байтаҡ ижад бәйгеләрендә уңышлы сығыш яһаныҡ.

– Ә армия тормошо уҡыусы­ларыңды ҡыҙыҡһындырамы?

– Хәрби хеҙмәтте тулыраҡ күҙ алдына килтереү өсөн төрлө һорауҙар бирәләр.  Тыныслыҡ, илһөйәрлек, ил тойғоһо йәштәрҙең күңел төпкөлөндә.  Егеттәргә контракт нигеҙендә хеҙмәт итеү өҫтөнлөктәрен аңлатам, лайыҡлы эш хаҡы, фатир менән тәьмин итеү, тулы  социаль   пакет ҡаралыуы тураһында мәғлүмәттәр менән таныштырам. Мәғлүмәтле булыу бер кемгә лә ҡамасауламаҫ.

– Денис, маҡсаттарыңа өлгә­ше­реңә һис кенә лә шиклән­мәйбеҙ. Уңыштар һиңә!

 

Динә АРЫҪЛАНОВА.

 

Илеш районы.

Читайте нас: