Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель 2022, 10:30

“Атайсал” проекты берләштерә

Кемдәр улар – йомарт һәм ярҙамсыл яҡташтар? Ярҙам көтмәй, үҙҙәре ҙур эштәр башҡарғандар бармы?

“Атайсал” проекты берләштерә
“Атайсал” проекты берләштерә

Халҡыбыҙҙа борондан матур йола бар. Уңышҡа өлгәшкән билдәле шәхестәр, яҡташтар тыуған ауылына нисек тә булһа ярҙам итергә тырыша. Мәҫәлән, ғалимдарыбыҙ йәштәрҙе уҡырға әйҙәй, яҙыусылар китап яҙа һәм халыҡ менән осрашыуҙар ойоштора, йырсылар һәм бейеүселәр ауылдаштарының мәҙәни тормошон биҙәй, эшҡыуарҙар эш урындары аса, саралар ойоштороуҙа матди ярҙам күрһәтә.

Һуңғы йылдарҙа ошондай тыуған яғының яҙмышына битараф булмаған кешеләрҙе республикала ғәмәлгә ашырылған “Атайсал” проекты берләштерә. Яңыраҡ “Киске Телеүҙәк” тапшырыуҙарының береһе ошо бик уңышлы проектҡа бағышланды.

“Атайсал” сиктәрендә ниндәй проекттар тормошҡа ашырыла? Кемдәр улар – йомарт һәм ярҙамсыл яҡташтар? Ярҙам көтмәй, үҙҙәре ҙур эштәр башҡарғандар бармы? Тапшырыу ҡунаҡтары ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирергә.

Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева, Асҡын районындағы Солтанбәк ауылының атайҙар ҡоро етәксеһе Данис Суфиянов, Краснокама районы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Земфира Сәғитова, Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылының Б. Бикбай исемендәге дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Гөлкәй Шәмсетдинова, Баймаҡ районынан шәхси эшҡыуар Илсур Нәбиуллин ҡатнашты.  

Тапшырыуҙа “Атайсал” проекты буйынса ғәмәлгә ашырылған эштәр тураһында райондарҙан репортаждар күрһәтелде. Республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән старт алған проект сиктәрендә республикала өс меңдән ашыу изге эш башҡарылған.

Ошо хаҡтағы мәҡәләне “Башҡортостан” гәзитенең алдағы һандарында уҡырһығыҙ.

Фото: скриншот.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: