Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель 2022, 17:40

“Бөгөн бындай кешеләр бик һирәк"

Төҙөлөштөң инициаторы – урындағы фермер, депутат Николай Ляпустин.

“Бөгөн бындай кешеләр бик һирәк"
“Бөгөн бындай кешеләр бик һирәк"

Кушнаренко районында “Атайсал” проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Уға ярашлы Ямской ауылында Ҡазан Алла Анаһы иконаһының бәләкәй сиркәүен төҙөгәндәр. Төҙөлөштөң инициаторы – урындағы фермер, Матвеев ауыл Советы депутаты Николай Ляпустин.

Сиркәү төҙөргә Николай Ляпустинды сығышы менән Ямскойҙан булған әсәһе һәм урындағы дин әһеле – Евгений атаҡай этәрә. Ул осорҙа ауыл биләмәһендә бер генә сикрәү ҙә булмай, православныйҙарға дини байрам осоронда, доға ҡылырға Кушнаренко ауылына барырға тура килә. Өлкәндәр өсөн был ҡыйынға төшә.

Былтыр йәй өс ай эсендә бәләкәй сиркәүҙе төҙөп тә бөтәләр. Көмбәҙе июлгә әҙер булһын өсөн алдан уҡ заказ бирәләр. Тарттырылған түшәмде Удмурт Республикаһынан килтерәләр. Төҙөлөш материалдарын да алдан әҙерләйҙәр.

Николай Ляпустин сиркәү һалыуға бер миллион һумдан ашыу үҙ аҡсаһын тотона. Һәм 2021 йылдың 4 ноябрендә сикәүҙә тәүге православие байрамы – Ҡазан Алла Анаһы иконаһы көнө уҙғарыла. Бәләкәй сиркәүгә ошо исем бирелә. Былтырҙан башлап бында ғибәҙәт ҡылына. Байрамдарға һәм тантаналарға яҡын-тирәләге ауылдарҙан киләләр.

Николай Ляпустин менән Матвеев ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Эдуард Баһауетдинов бәләкәй сиркәү биләмәһен төҙөкләндерергә - ҡоймаларға, ағастар ултыртырға, эскәмйәләр ҡуйырға ниәтләй.

“Ауыл биләмәһе Советы депутаты булараҡ, мин халыҡҡа ярҙам итергә теләйем. Ауыл хакимиәте башлығы Эдуард Кәүсәр улы бәләкәй сиркәү төҙөү идеяһын хупланы һәм “Атайсал” проектында ҡатнашыу өсөн кәрәкле документтар әҙерләргә булышлыҡ итте. Уның менән берлектә ауыл халҡы өсөн байтаҡ эш башҡарабыҙ. Яҙ юлдарҙы, күперҙәрҙе тәртипкә килтерәбеҙ”, – тине Николай Ляпустин.

“Ауыл яҙмышына битараф ҡалмағаны, халыҡтың һәр төрлө үтенесен үтәүҙән баш тартмағаны өсөн Николай Васильевичҡа ҙур рәхмәт. Ысынлап та, бындай кешеләр бөгөн бик һирәк. Бәләкәй сиркәү төҙөү – изге эш. Ул “Атайсал” проектында беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай. Николай Васильевич Иҫке Баҫҡаҡ ауылындағы клубтың ҡыйығын алмаштырыуҙа ла булышты, ағас-таҡта материалдар менән тулыһынса тәьмин итте”, – тине Эдуард Баһауетдинов.

 

“Бөгөн бындай кешеләр бик һирәк"
“Бөгөн бындай кешеләр бик һирәк"
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: