Байтаҡ йылдар медицина өлкәһендә фиҙакәр хеҙмәт иткән, етәксе урындарҙы биләгән, яҡташтарына һәр саҡ ярҙамға атлыҡҡан бер туған Хәлил менән Хәбир Мостафиндарҙы тыуған яҡтарында, шулай уҡ баш ҡалала белмәгән кеше һирәктер. Сығыштары менән Белорет районының Әзекәй ауылынан улар. Шәйәт менән Мөжәүир Мостафиндарҙың ишле ғаиләһендә һигеҙ бала донъяға килгән. Үкенескә ҡаршы, әсәләре Шәйәт, кинйәләре Айҙарға ни бары биш йәш тулғанда, йөрәк сиренән вафат була. Өс йыл буйы донъя йөгөн ир кешегә һәм өләсәйҙәренә тартырға тура килә. Һигеҙ баланы үҙ ҡанаты аҫтына һыйындырырға баҙнат итеп, ғаиләгә Сәғилә апайҙары килеп ингәс кенә ауыр көндәр артта ҡалғандай тойола.
“Тас Шәйәт үҙҙәре!”
Әллә күпме ғүмер уҙһа ла, белгән-күргәндәр Шәйәтте тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә ала. Улдары Хәлил менән Хәбир тураһында һүҙ сыҡһа ла: “Кемгә оҡшаһындар инде, тас Шәйәт үҙҙәре! Егәрлеләр, арыу-талыуҙы белмәйҙәр, тырыштар. Әсәйҙәре үҙе ут ине...” – тиҙәр.
Сермәндән Искәнйәр Вәлләмов, 30-сы йылда атаһы Вәлләм ҡарттың ерен, малын, йортон тар-мар итеп, Нуриман районына ҡыуғанда Белорет заводында эшләп йөрөп кенә иҫән-һау ҡала. Шул ваҡытта нисектер Бибиямал исемле һеңлекәшен, ҡатыным ауырый, ярҙам кәрәк тип, үҙ янында ҡалдыра. 1934 йылда әсәләре Мәрйәм Нуримандан Сермәнгә ҡасып ҡайтҡас, Бибиямал әсәһе янына юллана.
Искәнйәрҙең ҡатыны, өс балаһын ҡалдырып, фани донъяны ташлап китә. Фронтҡа алыныр алдынан ир балаларын – Шәйәт, Шәһиҙә һәм Рифте (улар Аҙнабаев фамилияһында була) арбаға тейәп, әсәһе, һеңлеһе янына ебәрә. Башлы-күҙле булғансы етем балалар Бибиямал менән Фәрит Сәфәрғәлиевтәр ҡарамағында ҡала.
Шәйәттәре хур ҡыҙындай матур булып үҫә: бәләкәй генә ҡаҡса кәүҙәле, сөм-ҡара янып торған күҙле, бөҙрә ҡуйы сәсле, тилбер һылыуға ҡарап кем генә һоҡланмай! Уҡыуҙа ла тик “бишле”гә өлгәшә, мәктәп тормошоноң уртаһында ҡайнай.
Комсомол юлламаһы менән Әзекәй клубына мөдир итеп тәғәйенләнгән Шәйәткә таҫыллығы, баҫалҡылығы, зирәклеге менән айырылып торған Мөжәүир Мостафин күҙ һала. Бер-береһенә ғашиҡ йәштәр оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай өйләнешеп ҡуя.
Был ғаиләлә тыуған балалар ҙа һәр йәһәттән өлгөлө. Хәлил менән Хәбир – медицина фәндәре, Айгөл иһә филология фәндәре кандидаттары. Лидиә апайҙары, Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, Мәхмүт ауылы мәктәбендә эшләй, Әмир, Сәриә, Тәнзилә, Айҙар ҙа, үҙ тәғәйенләнештәрен табып, төрлө тарафтарҙа хеҙмәт юлы үтә. Үкенес, әммә бөгөн түрҙә ултырырға тейешле әсәй-атайҙары ғына юҡ...
Хәлил Мостафин дан коллективты етәкләй
Баш табиптың иркен, матур йыһазландырылған кабинеты. Тәҙрәләр янында йыйылыш үткәрә торған өҫтәлдәр рәте. Тик улар хәҙер бик һирәк ҡулланыла – заманалар үҙгәрҙе, йыйылыштар йыйып ултырыу юҡ, бөтә нәмә онлайн. Республиканың һуғыш ветерандары госпитале пандемия ваҡытында “ҡыҙыл зона”ға әйләнде. Бер-береңде көтөү, фәлсәфә һатыу юҡ, барыһы ла һуғыш яланындағы һымаҡ. Бөтә нәмә, табиптарҙың, шәфҡәт туташтарының көсө кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелде.
175 урын, 52 табип, 26 стажер-табип, 86 урта белемле медицина хеҙмәткәре, 78 кесе медицина персоналы – шуларҙың бөтәһенә лә смена һайын дүрт тапҡыр алмаштырырлыҡ костюм, яңынан йыһазландырылған кабинеттар, яңы препараттар, яңыса дауалау ысулдарын өйрәтеү һәм башҡаһы... 102 көн шундай режимда эшләү – ике сәғәт һайын табиптарҙың пациенттарға йөрөп сығыуы, 1130 кешегә ярҙам күрһәтеү, 160 ауырыуҙы реанимацияла дауалау, үпкәне махсус елләтеү аппаратына тоташтырыу... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вафат кешеләр ҙә булды. Коллективта 170 кеше ковид менән ауырып йүнәлде, шул иҫәптән баш табип та.
– Бергә сирләнек, һауығып сыҡҡандар менән бергә һөйөндөк, аранан киткәндәр өсөн туғандары менән бергә ҡайғырҙыҡ. Коллектив күҙгә күренеп берләште. Битлек кейгәс, бик һөйләшеп тә булмай, ләкин медицина хеҙмәткәрҙәре бер-береһен күҙ ҡарашынан аңларға, һәр береһе үҙ эшен еренә еткереп башҡарып, пациентты дауалауҙы бер-береһенә тапшырырға өйрәнде, – ти госпиталдең баш табибы Хәлил Мөжәүир улы.
Бына шундай дан коллективты етәкләй Хәлил Мостафин. Әйткәндәй, Республика һуғыш ветерандары госпиталенең баш табибы йөгөн ул 2007 йылдан бирле тарта. Хәйер, уға тиклем дә тик яуаплы вазифаларҙы биләгән яҡташыбыҙ.
Барыр юлын, тәғәйенләнешен тоҫмаллап, ҡасандыр Белорет медицина училищеһына уҡырға ингән егет әрме сафтарында хеҙмәт итеп ҡайтҡас та, һайлаған йүнәлешенә тоғро ҡала – Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау эше факультетына уҡырға инә. 1992–1993 йылдарҙа Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының анестезиология-реанимация бүлегендә – табип-интерн, 1993–1995 йылдарҙа табип-анестезиолог-реаниматолог булып хеҙмәт юлын башлай ул. 1995–1998 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина университетының анестезиология һәм реаниматология кафедраһында ассистент булып эшләп алғандан һуң, артабан Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының анестезиология-реанимация бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. 2000 – 2004 йылдарҙа 2-се Республика клиник дауаханаһында дауалау эше буйынса баш табип урынбаҫары, һуңғараҡ баш табип вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы булып хеҙмәт йөгөн тарта.
2004 – 2007 йылдарҙа Хәлил Мөжәүир улын йәнә лә яуаплыраҡ вазифаға – Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары итеп үрләтәләр.
Эйе, юғары категориялы табип, медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостандың II класлы төп дәүләт советнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының төп штаттан тыш геронтологы Хәлил Мөжәүир улы Мостафин ғаиләһе, зат-зәүере, райондаштары, милләттәштәре өсөн үҙе бер ғорурлыҡ.
Хәбир ҙә ағаһының юлынан китә
“Булыр ир алты йәшендә лә, башмын, тиер, булмаҫ ир алтмыш йәшендә лә, йәшмен, тиер”. Йәғни беренсеһе үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алһа, икенсеһе бошонмай ғына йөрөп ятыр. Хәбир Мөжәүир улы, һис шикһеҙ, беренселәрҙән. Эштән, яуаплылыҡтан ҡурҡҡандарҙан түгел ул. Белорет медицина училищеһында уҡып йөрөгәндә әсәйһеҙ ҡалған үҫмер төшөнкөлөккә бирелмәгән, тырышҡан; университетта уҡыған сағында ла тик үҙ көсөнә генә ышанған. Әлбиттә, атаһы, ағаһы ярҙамһыҙ ҡалдырмаған, ләкин көн һайын контролдә тотоусы ла булмаған.
Хәбир Мостафин юғары уҡыу йортонан һуң Силәбе өлкәһенең Межозерный ҡасабаһында хирург булып хеҙмәт юлын башлай. Һәләтле, тәүәккәл, зирәк егетте күп тә үтмәй баш табип итеп тәғәйенләйҙәр, артабан Учалы ҡалаһының шифахана-профилакторийында баш табип булып эшләй. Ете йылдан һуң Хәбир Мөжәүир улы ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр, кадрҙар буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
2009 йылда уны Белорет ҡалаһына баш табип итеп саҡыралар. Тынғыһыҙ кеше һәр ваҡыттағыса ең һыҙғанып эшкә тотона. Күрһәтмәләренең дөрөҫ һәм ваҡытында үтәлеүен гел күҙ уңында тотҡан етәксе булараҡ, коллективта, халыҡ араһында тиҙ абруй ҡаҙана. Бихисап ойоштороу эштәрен башҡара, тап Хәбир Мостафин етәкселек иткәндә ремонт эштәре йәйелдерелә.
2014 йылдан Хәбир Мөжәүир улы баш ҡаланың 5-се дауаханаһында ойоштороу-методик бүлексәһенә етәкселек итә. Хәләл ефете менән ике малайға, бер ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Улдары тураһында ата-әсәһе ғорурлыҡ менән һөйләй. Кинйәбикәләре әле үҙҙәре менән – иркә-наҙға сорналып буй еткерә.
Һеңлеләре – тел белгесе
Филология фәндәре кандидаты, 80-дән ашыу ғилми хеҙмәт авторы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор ғилеме бүлеге хеҙмәткәре Айгөл Хәкимйәнованың башҡорт халыҡ ижадын йыйыу, ғилми күҙлектән өйрәнеү, системаға һалыу, нәшер итеү йәһәтенән эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ. Ғилми хеҙмәттәре башлыса башҡорт фольклорының музыкаль-поэтик һәм хәҙерге торошон өйрәнеүгә арналған. Ул – шулай уҡ “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығын төҙөүселәрҙең һәм инеш һүҙ, комментарий авторҙарының береһе. Экспедиция материалдары йыйынтығын туплауҙа, “Манас” ҡырғыҙ героик эпосын тәржемә итеүҙә лә Айгөл Мөжәүир ҡыҙының өлөшө ҙур.
Эйе, әсәйҙәренең “Балаларым, уҡырға кәрәк. Наҙан булыу оят. Тырыш, эшлекле кешене барыһы ла ярата, хөрмәт итә” тигән васыятын онотмай, шул һүҙҙәрҙе тормошҡа ашырып йәшәй Мостафиндар.
Гөлсөм НУРИСЛАМОВА.
Белорет ҡалаһы.