Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель 2022, 13:00

Балалар – беҙҙең киләсәк!

Башҡортостанда тәүге тапҡыр Балалар йәмәғәт советы ойошторолдо.

Балалар – беҙҙең киләсәк!
Балалар – беҙҙең киләсәк!

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында республикабыҙҙың Балалар хоҡуҡтары буйынса вәкиллегенең һәм Балалар хоҡуҡтары буйынса вәкиллек ҡарамағындағы Балалар йәмәғәт советының йәмәғәт ярҙамсылары өсөн семинар ойошторолдо. Шул иғтибарға лайыҡ, сарала өлкәндәр менән бер рәттән балалар ҙа ҡатнашты, улар төплө фекерҙәрен еткерҙе.

Башҡортостанда Балалар хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихина әйтеүенсә, быға хәтлем онлайн-конференциялар үткән, әммә күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүҙе, яныңда ултырған кеше менән аралашыуҙы бер нимә лә алмаштыра алмай.

– Башҡортостанда тәүге тапҡыр Балалар йәмәғәт советы ойошторолдо, ҡыуанысыбыҙ сикһеҙ, – тине Ольга Юрьевна. – Үҙ сиратында, әле беренсе тапҡыр балалар менән осрашабыҙ. Ҡыҙҙар һәм малайҙар заман менән бергә атлай, улар уҡымышлы, һәр береһе ғилемгә ынтыла, төрлө идеялар менән яналар.

Ольга Панчихина Башҡортостанда бер миллионға яҡын баланың булыуы тураһында белешмә бирҙе, малай һәм ҡыҙҙарҙың күңеленә  бәләкәйҙән илһөйәрлек тойғоларын һалыу кәрәклегенә баҫым яһаны, улар ғаиләһенә һәм ватанына һөйөү менән ҡараһын өсөн төрлө саралар үткәрелеүе тураһында әйтте.

– Тотош илебеҙҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда, балалар һәр ваҡыт төп иғтибар үҙәгендә тотола, балалар – беҙҙең киләсәк, – тине ул. – Ғаиләләргә һәр төрлө ярҙам күрһәтелә, бәләкәстәрҙең ялы матур үтһен өсөн күп уй-маҡсаттар тормошҡа ашырыла.

Сарала Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Салауат Харрасов, педагогика фәндәре докторы Ғәлиә Мөхәмәтйәнова һәм башҡалар сығыш яһаны.

Пленар өлөштән һуң эш майҙансыҡтарҙа дауам итте, ҡунаҡтар өсөн экскурсия ойошторолдо.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: