

Санкциялар шарттарында мәҙәниәткә булышлыҡ итеүгә өҫтәмә рәүештә бер миллиард һум аҡса бүленде. Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко билдәләүенсә, "был саралар Рәсәйҙең мәҙәни оҡшашлығы, традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре менән бәйле мәҙәни проекттарға, санкция баҫымы объекты булған коллективтарға һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә ярҙам итеүгә йүнәлтелергә тейеш".
Бынан тыш, Кириенко әйтеүенсә, үҙ иле мәнфәғәттәрен һайламаған бер нисә кешегә ҡарап ҡына бөтә мәҙәниәт эшмәкәрҙәре хаҡында фекер йөрөтөргә ярамай. Мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең күбеһе илһөйәрлек рухында йәшәй, Президентты һәм армияны яҡлай, эшен дауам итә. Етмәһә, уларҙың күбеһе беҙҙең һалдат һәм офицерҙарҙың ижадына ярҙам итеү өсөн алғы һыҙыҡҡа ынтыла, әммә Оборона министрлығы уларҙы хәүефкә дусар иткеһе килмәй.
Фото vk.com/int_ros