Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель 2022, 10:02

Бай тарихлы, тәрән тамырлы Иҫәнбай

Илеш районында шаулап байрамдар уҙҙы.

Фотолар рәсми сығанаҡтан.
Фото:Фотолар рәсми сығанаҡтан.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты башланғысы менән 2011 йылдан алып “Айыҡ ауыл” республика конкурсы үткәрелеп килә.

Әлеге акцияға Илеш районының Иҫәнбай ауылы ла әүҙем ҡушылып, күптән түгел бында “Шәжәрә” һәм “Балыҡсылар” байрамдары уҙҙы. Төп маҡсат – айыҡ, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, халыҡты йәмәғәт тормошо эшмәкәрлегенә йәлеп итеү, шәхси һәм ғаилә тормошонда айыҡлыҡ традицияларын тергеҙеү, үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, алкоголь, тәмәке һәм наркотиктарҙан азат булған мөхит булдырыуға ирешеү, халыҡтарҙың тарихи, мәҙәни һәм дини традицияларын нығытыу. Бер нисә йыл элек йәмәғәт ойошмалары башлап ебәргән был сара үҙен һөҙөмтәле һәм уңай башланғыс итеп танытты, халыҡта ҡыҙыҡһыныу, дәрт-дарман, сәм уятты.

 

Халыҡ әүҙем дә, ихлас та

 

Сарала Башҡортостан Респуб­ли­каһы Башлығының кәңәшсеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайы Башҡарма комитеты ағзаһы Рәсих Хәмитов, Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева, муниципаль район Советы секретары Игорь Никифоров, муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Хәйретдинов һәм башҡа рәсми ҡунаҡтар ҡатнашты.

Шәжәрә байрамы Иҫәнбай ауыл мәҙәниәт йортонда уҙҙы. Бында уңғанлығы, булдыҡлылығы менән күптәргә өлгө булған кешеләр йәшәгәне күренеп тора. Ауыл хал­ҡын, килгән ҡунаҡтарҙы мәҙәниәт усағы алдынан уҡ төбәктә йәшәгән оҫта ҡулдарҙың эштәренән, нәҫел шәжәрәләренән ойошто­ролған күргәҙмәләр ҡаршы алды. Әйтергә кәрәк, Иҫәнбай ауылы халҡы шәжәрәләрен тарихи документ­тарға таянып дәлилләй алған.

– Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары был төбәккә Урта быуаттан алда килеп урынлашҡан – быны археологик табыштар дәлилләй. Халыҡ араһында билдәле мәғлүмәттәргә ярашлы, ырыуҙың аҫабалыҡ хоҡу­ғына эйә булғанын Сыңғыҙханға ярҙам иткән Ҡандырбей шәхесенә бәйләйҙәр. Ә инде беҙҙең ауылыбыҙҙың тарихы ошо яҡта ер алған башҡорт кешеһе Иҫәнбай Йәнырыҫов менән бәйле, – тип асыҡланы үҙ сығышында Башҡорт­остандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Зөләйха Рәжәпова.

Артабан “Хеҙмәт даны” орде­нының тулы кавалеры, бар ғүмерен комбайнсы һөнәренә бағышлаған Рәғиб Бәҙретдинов нәҫел шәжә­рәһе менән таныштырҙы. Иҫәнбай ауылының ағастан һындар яһау оҫтаһы Ләбиб Нәбиев ейәнсәре Оскар менән оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, тәжрибәһе менән уртаҡ­лашты.

Шулай уҡ спорт өлкәһендә юғары ҡаҙаныштарға ирешкән данлыҡлы шәхес, Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры, ғорурланырлыҡ яҡташыбыҙ Нурия Нуретдинованың (Мөҙәрисова) иҫтәлегенә бағышланған, йылҡы үрсетеүсе Рүзил Мостафиндың ат сабыштарында алған кубоктарҙан ойошторолған күргәҙмәһе лә күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Тирмәлә халҡыбыҙҙың тормош-көнкүрешендә ҡулланылған эш ҡоралдары, ҡул эштәре тәҡдим ителде.

Килгән ҡунаҡтар урындағы ха­лыҡтың берҙәмлеген, ихласлығын, әүҙемлеген билдәләне.

 

Быуа буйы гөрләп торҙо

 

Иҫәнбай ауылы янындағы Миңеште быуаһында “Балыҡсылар байрамы” – мәкенән балыҡ тотоу ярышын үткәреү ҙә матур йолаға әүерелде. Әлеге сара төбәктә 17-се тапҡыр ойошторолдо.

Бәйгегә районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан, хатта Өфө, Нефтекама, Дүртөйлө, Татарстандың Яр Саллы ҡалаларынан, Аҡтаныш районынан килеп үҙ көсөн һынап ҡараусылар бар ине.

Бәйгелә ҡатнашҡан 80 балыҡсы­ның иң өлкәненә – 80, иң йәшенә алты йәш ине. Ярыш талаптары буйынса, 45 минут эсендә иң күп балыҡ тотоусылар финалға сыҡты. Шул рәүешле, ир-егеттәр араһында Илмир Таһиров (Дүртөйлө ҡалаһы) – беренсе, Владимир Тарасов (Кенәзйылға ауылы) – икенсе, Шамил Йәримов (Үрге Сереккүл) өсөнсө урын яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Розалиә Әхмәтшина (Иштирәк) – беренсе, Лиана Хә­йерт­динова (Аҡкүҙ) – икенсе, Элина Фәтхетдинова (Иштирәк) өсөнсө урынға лайыҡ булды. Шулай уҡ Илнар Бәҙретдинов (Иҫәнбай) менән Ринат Ғөбәйҙуллин (Үрге Йәркәй) – “Иң йәш ҡатнашыусы”, Мәсхүт Зыязетдинов (Рсай) – “Иң өлкән ҡатнашыусы”, Хәмзә Бакиров (Һеңрән) – “Беренсе балыҡ ҡап­тырыусы”, Руслан Кәримов (Үрге Йәркәй) – “Иң етеҙ боҙ тишеүсе”, Ғарифйән Сафуанов (Дүртөйлө) “Иң ҙур балыҡ тотоусы” номинацияларында еңеүсе тип табылды.

Сараға килгән халыҡ был көндө төрлө спорт уйындарында ҡатна­шып, көс һынашты, күңел асты. Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәт­кәрҙәре әҙерләгән концерт бай­рамға йәм өҫтәне. Килгән ҡунаҡтар Таһир Хәйретдинов, Рафаэль Хәйретдинов, Айгөл Хәйретдинова бешергән балыҡ һурпаһы, Иҫәнбай ауылы биләмәһенең фельдшер-акушерлыҡ пункты хеҙмәткәрҙәре, Рәсилә Мәғфүрйәнова әҙерләгән былауҙан ауыҙ итте.

Бәйгене ойоштороуҙа Игорь Никифоров, Рәүис Зарипов, Рәфис Зарипов, Наил Ғәйнуллин, Фәүил Миңлебаев, Фәүис Миңлебаев, Илшат Нәбиев, Азамат Бәҙретдинов, Изаил Хәлимов, Үрге Йәркәйҙәге “Восток” магазины һәм башҡалар бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте.

 

Л. ГӘРӘЕВА.

Илеш районы.

Читайте нас: