Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель 2022, 23:00

Донбасс халҡына ярҙам йыйыу дауам итә

"Барыһы ла яҡшы тамамланыуын теләйбеҙ".

Донбасс халҡына ярҙам йыйыу дауам итә
Донбасс халҡына ярҙам йыйыу дауам итә

Башҡортостанда Донбасс халҡы өсөн гуманитар ярҙам йыйыуға “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәр” ирекмәндәр үҙәге әүҙемселәре ихлас ҡушылды. Людмила Анисимова Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары халҡына беренсе сиратта кәрәк булған әйберҙәрҙе сорттарға бүлеү, төрөү эшендә ҡатнаша.

“Пандемия башланғандан бирле ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән шөғөлләнәм. Партияның барлыҡ акцияларында ла ҡатнаштым. Мохтаждарға, күп балалы ғаиләләргә һәм өлкәндәргә аҙыҡ-түлек тупланмаһын, йылы аштар алып барҙым. Бөгөн республика халҡы йыйған аҙыҡ-түлекте, көнкүреш химияһын ҡаптарға төрҙөк”, – тине Людмила Анисимова.

Ул гуманитар ярҙамды ҡабул итеүҙә лә ҡатнаша икән.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәр” проекты кураторы Гөлшат Мөхәмәтшина ирекмәндәрҙең көн дә пункт эшендә ярҙам күрһәтеүен билдәләне.

Битараф булмаған өфөләр ҙә Луганск һәм Донецк республикалары халҡына Йәмәғәт ярҙамы штабына тәү сиратта талап ителгән әйберҙәрҙе алып килә. Өфөнән пенсионерҙар Марина менән Альберт Солтанбәковтар ейәнсәрҙәре Алина, Милана менән бергә балалар ризыҡтары, шәхси гигиена саралары тапшырҙы.

– Беҙ ситтә ҡала алмайбыҙ, унда барған хәлдәрҙе күрһәк, йөрәк һыҙлай. Балалар, ейәндәр бөтәһен дә аңларға, белергә тейеш, был бит беҙҙең тарих. 2014 йылда ла ярҙам күрһәткәйнек. Әгәр мөмкин булһа, был республикалар халҡына ярҙам итеү өсөн беҙ ҙә унда китер инек, –  ти Марина Солтанбәкова күҙ йәштәре аша.

Гуманитар ярҙам йыйыуға Өфөнән Елена Назарова һәм уның әсәһе Елена Әлморатова ҡушылған. Улар пунктҡа печеньелар, тушенкалар алып килгән.

“Бындай ауыр хәлдә ҡалған беҙҙең кешеләргә нисек булһа ла ярҙам итергә тырышабыҙ. Хатта балалар ҙа борсола, һүрәттәр төшөрә, шиғырҙар яҙа, теләктәшлек белдерә. Ҡыҙым Донецкиҙа булған балаларға һүрәттәр әҙерләне. Башҡа бер кемде лә юғалтҡы килмәй. Бөтәһе лә тамамланыуын, ҡояш нур һибеүен, ерҙең уңышлы булыуын, сәскәләр үҫеүен, барыһы лә һәйбәт булыуын теләйбеҙ”, – ти Елена Назарова.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандан Донецк һәм Луганск республикаларына гуманитар ярҙамдың икенсе ылауы 18 мартта оҙатылды. Уның составына аҙыҡ-түлек, шул иҫәптән 800 килограмм башҡорт балы, канцелярия тауарҙары һәм яҙыу кәрәк-яраҡтары, шәхси гигиена, тәү сиратта кәрәк булған әйберҙәр инде. Гуманитар ярҙамдың дөйөм ауырлығы 96,5 тонна тәшкил итте.

Гуманитар ярҙам Йәмәғәт ярҙамы штабында ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17.

Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындарҙағы 63 бүлексәһендә.  

Эшләү ваҡыты:   

Дүшәнбе – йома 09.00 – 21.00 сәғәттә;

Шәмбе – йәкшәмбе 09.00 – 18.00 сәғәттә.

Йәмәғәт ярҙамы штабының Берҙәм колл-үҙәге – 8 (347) 218-19-19.

Шылтыратыуҙар көн дә 8.00 – 20.00 сәғәттә ҡабул ителә.

Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе сайты.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: