Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә йәнә бер юғары тиҙлекле маршруттың асылыуы тураһында хәбәр итте.
“Бөгөн Өфөнән Приютҡа республикалағы тәүге “Ҡарлуғас” осто. Ошо йүнәлештәге “Көнбайыш экспресс”ты 31 ғинуарҙа оҙатҡайныҡ. Ике ай эсендә унан 12714 кеше файҙаланған.
Ғинуар аҙағынан ошо маршрут буйынса йөрөгән поезд да заманса. “Ҡарлуғас” һыйҙырышлыраҡ – урындар һаны 361-ҙән 414-кә тиклем арттырылған. Эсендә – уңайлы ултырғыстар, уларҙың артында күтәреп ҡуйыла торған кескәй өҫтәлдәр, телефонды зарядлай торған розеткалар. Поезда хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн дә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Тышта һауа торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, ҡеүәтле климат системаһы салонда уңайлы температураны тота. Юлға 2 сәғәт 55 минут китә.
Был - беҙҙең юғары тиҙлекле икенсе маршрут. Тәүгеһенә, Ырымбурға юлланғанына ла, ихтыяж ҙур. Йәнә бер “Ҡарлуғас”ты туристар араһында киң танылыу яулаған йүнәлеш – Белорет яғына ебәрергә ниәтләйбеҙ.
Шуныһы мөһим: тимер юл транспорты күсмә состав һәм тиҙлек йәһәтенән дә уңайлыға әүерелә, шулай уҡ поездарҙың ныҡлы уйланылған маршрутизацияһы төҙөлгән, билет һатып алыу өсөн мобиль ҡушымталар эшләй, федераль һәм төбәк льготалары системаһы бар.
“Рәсәй тимер юлдары”нан коллегаларыбыҙға рәхмәт, алда беҙҙең берлектәге проекттарыбыҙ байтаҡ. Ә пассажирҙарға уңайлы һәм хәүефһеҙ сәфәр теләйем”, – тип яҙған Радий Хәбиров.
Фото: vk.com/wall413272232
Сығанаҡ: vk.com/wall413272232