Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель 2022, 11:20

“Мин нисек һынауҙы үттем...”

mspros.ru
Фото:mspros.ru

– Эй, ҡыҙҙар, зарланмағыҙ әле, май эсендәге бөйөр кеүек йәшәйһегеҙ. Донъяғыҙ теүәл, кейәүҙәр эшләй, нимә алып бирергә белмәй, өлтөрәп торалар. Бәләкәстәрегеҙ иҫән-һау, тағы нимә етмәй? Ҡәйнәләрегеҙҙе хөрмәт итеп, ҡәҙер күрһәтеп кенә тороғоҙ, һеҙҙең өсөн бына тигән улдар тәрбиәләп үҫтергән бит улар, – тип еңелсә генә шелтәләп алды ҡыҙҙарын Ҡәҙриә.

– Һиңә ҡәйнәнең яҡшыһы эләккәнгә күрә шулай тиһең инде, әсәй. Өләсәй бит беҙҙең мировой, һиңә уның менән йәшәүе рәхәт булғандыр инде, ҡулынан килмәгән эше юҡ, бер ҙә ҡашын емермәй, гел йылмайып ҡаршылай, – тип ҡаршы төшөп маташты кесе ҡыҙы Әлфиә.

Ҡәҙриә ҡыҙының һүҙҙәренә сыҙамай көлөп ебәрҙе: “Мин бит өләсәйегеҙҙең һынауын “бишле”гә тапшырҙым. Ә һеҙ?” Ҡыҙҙары шымып ҡалды.

– Тыңлағыҙ, балаҡайҙар, һеҙгә тормошомдағы ҡытыршы яҡтарҙы быға тиклем һөйләмәҫкә, күңеле­геҙҙе ҡырмаҫҡа тырыштым. Хәҙер үҫтегеҙ, үҙегеҙ килен, әсә кеше­һегеҙ. Тормош һынауҙарын һәр кем үтә инде ул. Мин атайығыҙға кейәүгә сыҡҡас, ауылдаштар: “Ҡәҙ­риә был ҡәйнәгә сыҙай алмаҫ инде”, – тип мине йәлләй торғайны. Атайығыҙ әсәһе Мәликәнең тәрбиә­һендә берҙән-бер иркә малай булып үҫте, мохтажлыҡ күрмәне. Мәликә апай, буласаҡ ҡәйнәмде әйтәм, бик сос, егәрле ҡатын булып сыҡты. Ауылда йәшәһә лә, ҡалала кейем-һалым баҙарында сауҙа итте. Бәләкәй генә палаткала һатыу иткәнен күргеләгән булды.

Аҙаҡ балалар кейемдәрен һатыу селтәрен булдырҙы. Мин тәүҙә уның менән аралашырға ла баҙнат итмәнем. Динис менән өйләне­шергә булғас, ҡаршылыҡ күрһәтеп маташманы. Ҡалалағы өс бүлмәле фатирында бергәләп йәшәргә тәҡдим итте. “Йәштәргә айырым торлаҡ алып бирһә ни булған?” тип шыбырҙашҡандар ҙа, “Ҡәҙ­риәне көн дә ашап, ҡаҡ һөйәккә ҡалдыра инде, былай булғас”, тип мине йәлләгәндәр ҙә булды. “Ниңә шул Динисҡа кейәүгә сығырға булдың инде, бөркөттәй егеттәр барында”, – тип әхирәттәр ҙә аҙ теңкәгә теймәне.

Ике аҙнанан һуң башланды: һәр аҙымымды күҙәткән ҡәйнәм ҡәнә­ғәтһеҙлеген йәшермәне, оҡшамаған яҡтарымды күҙгә бәреп әйтте. Һауыт-һабаны ныҡлап һөртмә­гәнмен, иҙән насар йыуылған, майҙы бутҡаға күберәк тондор­ғанмын, Динистың күлдәгендәге таптарҙы бөтөрмәгәнмен... Моға­йын, беҙ уға тыныс йәшәргә ҡамасаулайбыҙҙыр, тип уйланым.

Ял көндәренең береһендә йом­шаҡ ҡәнәфийенә йәйелеп, тырнаҡ­тарын буяп ултырған  ҡәйнәмдән сираттағы тәнҡит һүҙен ишеттем. “Тәҙрә пәрҙәләрен кер йыуыу машинаһында йыумай аҡыллы хужабикәләр, ҡул менән йыуһаң ни булыр ине?” – тине дорфа ғына. Мин, ғәҙәттәгесә, ҡарашымды аҫҡа төшөрөп, ғәйебемде танып, ҡатып ҡалдым. “Ғүмер буйы унан ҡурҡып йәшәрменме икән? Гел генә уның бойороҡтарын үтәргәме? Юҡ, былай йәшәп булмай!” – ҡапыл үҙемдә асыу ҡатыш ҡаршылыҡлы көс тойҙом. Ҡайҙандыр ҡыйыулыҡ алып, ҡәйнәмдең күҙҙәренә тура ҡарап: “Ҡәйнәм, һеҙгә минең эшем оҡшамай икән, әйҙә, үҙегеҙ йыуығыҙ! Тик маникюрығыҙҙы боҙа күрмәгеҙ! Бынан ары мин һеҙҙең ҡурайығыҙға бейемәйем!” – тинем ҡаты ғына. Өйҙә ел-дауыл ҡупҡанын көтәм. Ә ҡәйнәм сылтыратып көлөп ебәрҙе. Үҙе миңә йылы ҡарашын төбәп: “Бер ҙә иҫәр түгелһең икән дә! Тел-тешең дә бар икән, барыһы ла самалы. Әтеү улым был тауышһыҙ-тынһыҙ, һәр кемдән аяҡ һөрттөрөргә әҙер торған иҙән сепрәгендәй ҡыҙға ниңә өйләнде икән, тип баш ватам”, – тине бер ни булмағандай.

Ҡәйнәм яйлап тырнаҡтарын буяп, киптереп бөткәндән һуң хәбәрен дауам итте: “Былай булғас, үҙемдең яңы магазинымда һиңә директор вазифаһын тапшырам. Ике аҙнанан асабыҙ, әҙерлән. Эш хаҡы һәйбәт булыр. Бер-ике йылдан фатир һатып алырһығыҙ. Маладис, һынауҙы үттең”. Мине был һүҙҙәре айырыуса аптыратты: “Әгәр үтмәгән булһам?” “Ҡасан да булһа Динис менән айырылышыр инегеҙ. Был хаҡта баш ватма, ике һынауҙы ла үттең, етәксе вазифа­һына ла, ҡатын вазифаһына ла”, – тине уйынлы-ысынлы итеп ҡәйнәм.

Хәҙер, күреп тораһығыҙ, өлә­сәйегеҙҙең беҙҙән ҡайтҡыһы ла килмәй, бер ауыҙ һүҙгә килешкән юҡ. Уртаҡ фекергә килергә, бер-берегеҙҙе ишетергә тырышығыҙ”, – тине Ҡәҙриә, уйға батҡан ҡыҙҙарына ҡарап.

Динә ҒӘБДРӘХИМОВА 

Читайте нас: