Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель 2022, 11:22

“Сәсеп кит...”

“Бәләкәй саҡта булған ваҡиғаларҙы, инәй-бабайҙарҙың кинәйәле һүҙҙәрен үҙең олоғайып, аҡыл ултырғандан һуң бөтөнләй башҡа күҙлектән баһалайһың икән”, – тип һүҙ башланы “фәлсәфәсе” аты сыҡҡан күршем Кәрим. Уның тик торғанда ғәҙәти ғәмәлдәргә ҙур йөкмәтке һалып, шаҡ ҡатырғаны бар. Ниңә заманында белем алып, ғилемлек юлынан китмәгәндер, асыштары менән мине генә түгел, бар ғаләмде аптыратыр ине. Ә ул бөгөн ябай бер водитель генә.

– Бер класс та уҡымаған ҡартатайымдың тормош көткәндәге зиһененә, тәжрибәһенә әле килеп һоҡланырға ғына ҡала. “Ғәтиәт улым, донъялар гөрләп, магазин кәштәләре тауарҙан һығылып, әйберҙәр хаҡы осһоҙланып торған саҡта ла, еңеңде һыҙғанып, картуфыңды ултырт, баҡсаң гөлт итеп торһон”, тип атайымдың ҡолаҡ итен ашай торғайны. “Үҙең үҫтергән ризыҡ бәрәкәтле була” тигән һүҙҙәренең мәғәнәһен дә аңламағанмын, магазин тулы аҙыҡ-түлек булғанда, арманһыҙ булып, ер ҡаҙып, сүп утап, картуф сәсеп йөрөүҙән ниндәй файҙа, тип йәнем көйгәне хәтерҙә. 

Миңә хәҙер 28 йәш, ҡартатайым күптән инде беҙҙең арала юҡ, әммә уның тормошсан, тапҡыр һүҙҙәре ҡолағымда яңғырап торғандай. “Ҡайҙа китһәң дә, сәсеп кит, ялҡауланма, улым”, – былары инде миңә төбәп әйтелгәне. Ә бит ул хаҡлы булған! Атайым менән йыл да уның әйткәндәрен иҫтә тотоп, картуф ултырттыҡ, баҡса тулы сөгөлдөр, кишер, һуған, помидор, төрлө тәмләткестәр үҫтерҙек. Ҡороғор вирус донъяны ялмап алған йылда ла картуфыбыҙ, башҡа йәшелсәләр тәгәрәп үҫте. Йыл әйләнәһенә үҙебеҙ үҫтергән аҙыҡтарҙы ашап кинәнәбеҙ. Урамда, донъяла – көрсөк, ә беҙҙә бөтә аҙыҡ-түлек етерлек!

Динә ҒӘБДРӘХИМОВА 

Читайте нас: