Бала саҡта йыш ҡына ололар беҙҙең кеүек малай-шалайҙы: “Ана, Мосай ҡарт килә, тыңлашмаһаң, шуға бирәбеҙ ҙә ебәрәбеҙ!” – тип ҡурҡыта торғайны. Ялбырап торған сәсле, һаҡаллы, көмрәйеп атлаған, йәй буйына сәкмәнен һалмаған ҡартты күреү менән беҙҙең бәләкәй генә йөрәктәр “жыу” итеп китә торғайны.
Мосай ҡарттың бысаҡ-балта үткерләй торған ҡорамалдары барлығын белә торғайныҡ, ир-ат уға төрлө ҡоралдарын үткерләтергә йөрөнө, тик төшкә тиклем генә, сөнки уның төшкө аштан һуң йылға буйына балыҡ ҡармаҡларға төшөргә ғәҙәтләнгәнен ауылдағы йәше-ҡарты белә. Өләсәйем миңә: “Ҡара уны, Мосай ҡарт янына бараһы булма, бик сәйер кеше ул”, – тип ҡурҡыта торғайны.
Кешеләрҙе уның ауыл ситендәге өйҙә япа-яңғыҙ, кеше менән аралашмай, ситләшеп йәшәүе ғәжәпләндергәндер ҙә. Бәләкәй булһам да, был хәлдең ҡәҙимге булмағанын аңлайым, күрше-күлән менән көн һайын күрешеп-һөйләшеп, ярҙамлашып йәшәүгә ни етә! Мосай ҡарт тураһында ауылда ниндәй генә насар хәбәр йөрөмәй, “иҫәр”, “һөмһөҙ”, “ауырыу”, “дурак”...
Бер саҡ дуҫым менән бәшмәккә барырға булдыҡ, быға тиклем өлкәндәргә эйәреп, ярайһы ғына табыш менән ҡайтҡылаған бар ине. Беҙгә һигеҙ-туғыҙ йәш тирәһе. Тәүҙә кемуҙарҙан йүгерешеп бәшмәк йыйҙыҡ, аҙаҡ ныҡ арыттырҙы. Ә ҡайтыр юлды белмәйбеҙ. Рәшит ауыҙын бәлшәйтеп илай башланы, өҫтәүенә аҙашыуҙа мине ғәйепләй. Ҡыуаҡлыҡ араһынан, сәстәрен ялбыратып, Мосай ҡарт килеп сыҡмаһынмы! Шымып ҡалдыҡ. “Аҡырмағыҙ, балыҡты ҡурҡытаһығыҙ бит”, – аҡрын ғына киҫәтте ул беҙҙе. Аҙағыраҡ сумкаһынан сәй, бутербродтар алып килеп һыйланы. Ҡурҡа-ҡурҡа, һағайып ҡына тәмлекәстәрҙе ашап бөттөк. “Ярай, балалар, бөгөнгә етер, ҡайтыу яғына ыңғайлайыҡ. Һеҙ минән ҡурҡмағыҙ, бер кемгә лә зыяным тейгәне юҡ. Мин яңғыҙлыҡты яратам, ҙурайғас, бәлки, аңларһығыҙ, әлегә быны бер кем дә аңларға теләмәй”, – тине.
Тора-бара сәйер балыҡсыға өйрәнеп, хатта дуҫлашып киттек. Уның исеме “Мосай” түгел икән, ә Мостафа булып сыҡты. Оҙаҡ йылдар ҡалала йәшәгән, заводта дәрәжәле генә вазифала эшләгән. Уның ауылға күсеп килеү сәбәбе беҙҙең өсөн сер булып ҡалды, төпсөшөргә баҙнат итмәнек.
Хәҙер инде миңә 42 йәш. Йылдар уҙған һайын Мостафа ағайҙы нығыраҡ аңлайым кеүек. Их, миңә лә ҡайҙалыр китеп, балыҡ ҡармаҡлап, тәбиғәт ҡосағында ғына ятырға ине, тип хыялланам. Әйҙә, нимә уйлаһалар ҙа уйлаһындар, күпме кеше һүҙенән ҡурҡырға мөмкин?..
Динә ҒӘБДРӘХИМОВА