Һуңғы ваҡытта йәмғиәтебеҙҙә халыҡты сәләмәт тормош алып барыуға, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә ылыҡтырыуға ҙур иғтибар бирелә. Сәләмәт йәшәү рәүеше кешенең һаулығын нығытып ҡына ҡалмай, уны рухи яҡтан да көслө итә.
Ғафури районында спортты үҙ итеп, сәләмәт тормош алып барған спорт ветерандары, әленән-әле төрлө бәйге-ярыштарҙа ҡатнашыу менән бер рәттән, халыҡ өсөн изге һәм файҙалы эш менән дә мәшғүл. Өлкән йәштәге спортты үҙ итеүселәр, элекке телевышка янындағы саңғы трассаһын таҡырайтып юл һалды һәм саңғыға баҫты. Хәҙер бында саф һауала ял итеүселәр, шулай уҡ ғаиләләре менән йөрөүселәрҙең бермә-бер артыуы күҙәтелә.
Ошо изге эште башҡарыусылар араһында төбәктә билдәле спорт ветераны Фәтҡулла Сәғиҙулла улы Әхмәтйәнов та бар. Саңғыны һәм еңел атлетиканы үҙ итеүселәргә яҡшы таныш ул. Сахалин ауылында тыуып үҫкән Фәтҡулла, бәләкәйҙән спортҡа тартылып, тиҫтерҙәре менән саңғыла уҙышырға әүәҫ була. Егет Красноусолдағы 3-сө урта мәктәпкә уҡырға килгәс, ныҡлап спорт менән шөғөлләнә башлай. Саңғы, йүгереү менән бер рәттән, көрәштә лә үҙен һынап ҡарай яҡташыбыҙ. Физкультура уҡытыусыһы Рифҡәт Ғайса улы Йомағолов етәкселегендә бер нисә төр күнекмәне үҙ эсенә алған төрлө кимәлдәге спорт ярыштарында ҡатнашып, еңеүселәр рәтенән төшмәй, мәктәптең данын күтәрә. Уны тамамлағас та спорттан айырылмай ул. Әрме сафына алынып, спортта сыныҡҡан егет хәрби хеҙмәттә лә һынатмай, частың йыйылма командаһы составында уңыштар яулай.
Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, яҙмыш елдәре Фәтҡулланы Себер тарафтарына илтә. Ноябрьск ҡалаһында төпләнеп йәшәй һәм ошонда эшләй. Бында ла үҙен ысын спортсы итеп таныта. Төмән өлкәһендә һәм ҡалала спорт тормошоноң уртаһында ҡайнап, хаҡлы ялға сыҡҡансы полиатлон буйынса төрлө ярыштарҙа ҡатнаша.
Әйткәндәй, Әхмәтйәновтар, һигеҙ йыл элек Красноусолға күсеп ҡайтып, матур итеп ҙур йорт төҙөп, ошонда төпләнеп йәшәй. Спортсы һаман да формаһын тота, иртә яҙҙан йүгерә, ҡар ятыу менән иң беренселәрҙән булып саңғыға баҫа.
Ҡатыны Нәдимә Әбделхәй ҡыҙы менән ике бала тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар, олатай-өләсәй ҙә хәҙер үҙҙәре. Улдары Азат ғаиләһе менән Төмәндә йәшәй. Ә ҡыҙҙары – өс бала әсәһе Ирина ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында төпләнгән.
Фәтҡулла Сәғиҙулла улының балалары, ейән-ейәнсәрҙәре лә спорт менән дуҫ. Спорт уларҙың йәшәү рәүешенә әүерелгән тиһәң дә, арттырыу булмаҫ. Улы Азат атаһынан күрмәксе спортҡа ылығып, көрәш менән шөғөлләнә, саңғы спортын да үҙ итә. Алты йәшлек ейәндәре Тимур – тай боксы, 11 йәшлек Әмир – каратэ, алты йәшлек Алиса художестволы гимнастика менән шөғөлләнеп, уңыштары менән һөйөндөрәләр. Иң өлкән ейәне Рәсим Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының физика-математика факультетында уҡый.
– Ейәндәремдең спорт һөйөүсән булып үҫеүе – минең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Спорт менән шөғөлләнгән бала бер ҡасан да алама ғәҙәттәргә ылыҡмаясаҡ, уның тәне лә, йәне лә сәләмәт, көслө рухлы буласаҡ. Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, тип бушҡа әйтмәйҙәр бит. Улар минең юлымдан килә икән, тимәк, быуыныбыҙҙың сәләмәт булыры көн кеүек асыҡ, – ти ғорурланып, ҙур ҡәнәғәтлек менән бәхетле атай һәм олатай.
– Һаулыҡ нигеҙе – хәрәкәттә, спортҡа ылығырға бер ҡасан да һуң түгел. Үҙең һәм һаулығың өсөн спорт менән дуҫлашырға, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға кәрәк, – тип тә өҫтәне ул. – Беҙ, спорт ветерандары Мөхәмәт Хисаметдинов, Ғайса Кейекбаев, Ришат Шәймәрҙәнов, Фаил Ғафаровтар, элекке телевышка янында саңғы юлы һалдыҡ, барыһын да спорт менән шөғөлләнергә саҡырабыҙ!
Индира ИШКИНА.